- Онлайн дәрестәр
- 6-сы дәрес. Бейеү сәнғәте
6-сы дәрес. Бейеү сәнғәте
күмәк бейеү | коллективный танец |
мутлыҡ | проделка, хитрость |
данлыҡлы бейеүсе | знаменитый танцор |
ирҙәр бейеүе | мужской танец |
бейеү һалыу | постановка танца |
яугир образы | образ воина |
шаян бейеү | шуточный танец |
бейеү сәнғәте | танцевальное искусство |
Лексик тема: Бейеү сәнғәте
– Айгөл, һин «бейеү – ауыр эш», тигән һүҙҙәр менән килешәһеңме?
– Был һүҙҙәр дөрөҫ, тип уйлайым, Гүзәл. Бейеүсе артист та, атлет та ул. Бейеүҙе экстремаль спорт төрө менән сағыштырырға мөмкин. Яҡшы бейеүсе булам тиһәң, көн һайын ете ҡат тирең сыҡҡансы тырышып эшләргә кәрәк. Билдәлелек яулар өсөн ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға, күҙ йәштәре лә түгергә тура килә.
– Бер ҙә ул турала уйлағаным юҡ ине. Сәхнәлә бейеүсе гел шат, бәхетле булып күренә. Миҙалдың ике яғы була шул. Бейеүсе бейеүҙең һәр хәрәкәтен күңеле аша үткәрә. Шул ваҡытта ғына ул тамашасыны яулай ала.
– Ә һиңә ниндәй заманса бейеүҙәр нығыраҡ оҡшай? Хәҙер улар күп төрлө: сальса, румба, хип-хоп.
– Мин классик бейеүҙәрҙе яратам:вальс, танго. Өләсәйем Фәйзи Ғәскәров ансамбленең бейеүҙәрен ныҡ яратып ҡарай: «Зарифа», «Бишбармаҡ» һ.б. Башҡорт бейеүе – бәләкәй генә театр, тип иҫәпләй. Яратҡан бейеүселәре – Рәшиҙә Туйсина, Риф Ғәбитов.
– Гүзәл, һин беләһеңме, бейеүселәр пенсияға бик иртә китә икән. Көнө-төнө сәхнәлә бейеү һаулыҡты ҡаҡшата, аяҡтар ауырта башлай, ти. Был беҙгә ҡурҡыныс түгел, беҙ бит күңел өсөн генә бейейбеҙ. Ҡыҙ кеше матур итеп бейей белһә, кәүҙәһе лә матур була.
– Бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды был. Әйҙә, хәҙер бейеүҙән беҙҙең репетиция башлана.