- Онлайн дәрестәр
- 32-се дәрес. Яҙыусылар һәм шағирҙар
32-се дәрес. Яҙыусылар һәм шағирҙар
мәҙәни мираҫ | культурное наследие |
әҫәр | произведение |
ижад | творчество |
китап уҡыусы | читатель |
әҙәбиәт | литература |
йыйынтыҡ | сборник |
Милли китапхана | Национальная библиотека |
шағир һүҙе | слово поэта |
Лексик тема: Яҙыусылар һәм шағирҙар
– Китап һатып алғанһығыҙ икән. Нимә тураһында был китап?
– Мостай Кәримдең әҫәрҙәре. Бигерәк яратам шул яҙыусыны, әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡыйым, барыбер ялҡытмай. Ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәрең менән күргәндәй булаһың. Балалар өсөн яҙған повестары айырыуса ҡыҙыҡлы. Хәҙер уның әҫәрҙәрен экранлаштыра башланылар. Кинола геройҙарҙы икенсе төрлө ҡабул итәһең, улар өсөн борсолоп, бергә шатланаһың. «Һеңлекәш» фильмындағы Йәмил ролен бигерәк килештереп уйнаны инде Арыҫлан Ҡырымсурин.
– Килешәм һеҙҙең менән. Мин дә яратам Мостай ағайҙы. Тик миңә уның тәрән мәғәнәле, философик шиғырҙары нығыраҡ оҡшай, бер нисәүһен ятлап та алғайным.
– Миңә тағы ла Зәйнәб Биишева менән Һәҙиә Дәүләтшинаның романдары оҡшай. Уларҙа ысынбарлыҡ ныҡ оҫта һүрәтләнгән, әҫәрҙәренең теле бай, уҡыуы еңел, мауыҡтырғыс.
– Шул тиклем матур баһа бирҙегеҙ авторҙарға! Һеҙ китапҡа ғашиҡ кеше! Китап уҡыу күңелгә рәхәтлек, рухи кинәнес бирә.
– Рәхмәт! Осрашҡанға тиклем!