Интерактивный башкирский

§8. Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы

Хәбәрлек категорияһы башҡорт теленең үҙенсәлеге булып тора. Хəбəрлек категорияһының хəҙерге башҡорт телендə морфологик һəм морфологик-синтаксик төрҙəре бар. Хəбəрлектең морфологик төрөндə хəбəрлек аффикстары исемдəргə һəм башҡа һүҙ төркөмдəренə мəжбүри рəүештə ҡушыла, сөнки улар һөйлəмдə хəбəр функцияһын үтəгəн саҡта ҡулланылалар. Мәҫәлән: Һин үҙ кешебеҙһең.

Хəбəрлектең синтаксик-морфологик төрөндə, һөйлəмдең эйəһе бирелгəн хəлдə лə, уның исемдəн һəм башҡа һүҙ төркөмдəренəн килгəн хəбəренə хəбəрлек аффикстары ялғана. Мəҫəлəн, Беҙ студент-быҙ. Һеҙ студент-һығыҙ. Мин уҡытыусы-мын. Һин бейеүсе-һең.

Хәбәр булып килгән исемгә ҡылымдың зат ялғауын ҡушырға ла, ҡушмаҫҡа ла була. Мәҫәлән: Мин студент/студентмын. Студентмын тип әйтеү һөйләүсенең студент икәнлеген хәбәр итә. Хәбәрлек формаһы фекерҙе көсәйтеп ебәрә. Хәбәрлек формаһы аша бер юлы һанды ла белдерергә мөмкин: мин уҡыусы – уҡыусымын (1-се зат, берлек); һеҙ уҡыусылар - уҡыусыларһығыҙ (2-се зат, күплек). Хәбәрлектең юҡлыҡ формаһы түгел мөнәсәбәт һүҙе менән белдерелә. Был осраҡта хәбәрлектең зат ялғауы түгел һүҙенә ҡушыла: Мин хәбәрсе түгелмен. Актив формала түгел һүҙенә ялғау ҡушылмаҫҡа ла мөмкин: Мин хәбәрсе түгел.

Кəрəк, тейеш, мөмкин, түгел, юҡ, бар модаль һүҙҙəренə лə, ҡайһы бер ярҙамлыҡ һүҙҙəргə лə шулай уҡ бик йыш хəбəрлек аффикстары ялғана. Мəҫəлəн: кəрəк-һең, түгел-мен тейеш-һегеҙ, бар-һың, юҡ-мын

Хəбəрлек аффикстарының хəбəр функцияһын үтəгəн исемдəргə һəм бүтəн исем һүҙҙəргə ҡушылып ҡулланылыуы мотлаҡ, сөнки хəбəрлек аффикстарынан башҡа эйəнең заты белдерелмəй һəм һөйлəм үҙенең төп вазифаһын, йəғни хəбəрлек вазифаһын үтəй алмай, йəғни һөйлəм була алмай. Хəбəрлек матур əҙəбиəттең бөтə жанрҙарында, бигерəк тə поэтик əҫəрҙəрҙə актив ҡулланыла.

Просмотров: 227164