- Онлайн дәрестәр
- 26-сы дәрес. Башҡорт блогерҙары
26-сы дәрес. Башҡорт блогерҙары
социаль селтәр | социальная сеть |
блог алып барыу | вести блог |
лайк ҡуйыу | поставить лайк |
фекер алышыу | обменяться комментариями |
Лексик тема: Башҡорт блогерҙары
– Хәҙер йәше лә, ҡарты ла социаль селтәрҙәрҙә «ултыра». Өлкәнерәк быуын «Бәйләнештә»не үҙ итһә, йәшерәктәр – «Инстаграм»ға ылыға, беҙҙең кеүек үҫмерҙәр иһә «Тик-ток» тип иҫтәре китә. Унда күптәр ваҡытты күңел өсөн үткәрһә, өлгөрҙәр иһә аҡса эшләй, бизнесын үҫтерә.
– Шәп икән, ә! Социаль селтәрҙә ултырыу һәм аҡса ла эшләү!
– Эйе, шуға һиңә мөрәжәғәт иттем дә. Һәр ваҡыт креатив видеолар төшөрөү менән мауығаһың, әйҙә, шуны туплап, берәй төркөм асып ебәрәйек. Улар бында аҡса эшләүҙән тыш, туған телебеҙҙе популярлаштырыу менән дә була. Беҙ ҙә был сафтарҙы тулыландырайыҡ!
– Бик яҡшы, әйҙә! Нимәнән башлайбыҙ?!
– «Тик-ток»та эш башлау һәйбәтерәктер, сөнки был платформа һине үҙе алға алып бара, башҡаларға тәҡдим итә. Аудитория йыя, кәңәштәр бирә.
– Шәп!