- Онлайн дәрестәр
- 18-се дәрес. Әүҙем ял итәбеҙ
18-се дәрес. Әүҙем ял итәбеҙ
әүҙем ял | активный отдых |
сәйәхәт | путешествие |
хәрәкәт | движение |
кәрәк-яраҡ | снаряжение |
тау | гора |
ҡая | скала |
хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре | правила безопасности |
Лексик тема: Әүҙем ял итәбеҙ
– Гүзәл, һин ялыңды нисек үткәрәһең?
– Мин трекинг, йәғни йәйәүле туризм менән шөғөлләнәм.
– Ооо, вәт шәп! Ә мин самокатта йөрөргә яратам.
– Һин дә афарин! Ялды шулай дөрөҫ, әүҙем үткәрергә кәрәк.
– Шулай, килешәм һинең менән.
– Ә ҡайҙарҙа булып өлгөрҙөң?
– Башҡортостандың гүзәл ерҙәре бик күп. Өфөнән әллә ни алыҫ та булмаған тарихи ҡомартҡы Хөсәйенбәк кәшәнәһендә, Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәр күлгә барҙым, киләһе аҙнала Алһыу ҡаяларға йыйынам.
– Бигерәк әүҙем ял итәһең икән!
– Хәрәкәттә – бәрәкәт!
– Бар пландарың да тормошҡа ашһын!
– Һиңә лә уңыштар!
– Рәхмәт.