- Онлайн дәрестәр
- 24-се дәрес. Ҡалалағы тормош
24-се дәрес. Ҡалалағы тормош
баш ҡала | столица |
биләгән | занимаемый |
майҙан | площадь |
хаҡында | о, об |
боронғо | древний |
төньяҡ | север |
көньяҡ | юг |
көнсығыш | восток |
көнбайыш | запад |
тәүге | первый |
мәғлүмәт | информация |
Лексик тема: Ҡалалағы тормош
– Сәләм, Айгөл!
– Сәләм, Гүзәл!
– Күптән күрешкән юҡ. Хәлдәрең нисек?
– Ысынлап та, һине күптән күргән юҡ. Минең тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе, хәҙер мин ҡалаға күсеп йөрөйөм.
– Ысынмы? Ауылдан ниңә китергә булдың? Ҡалала тормош яҡшыраҡ, тип уйлайһыңмы?
– Ауылда саф һауа, тәбиғәт тә матур, тик миңә яҡшы эшкә урынлашырға кәрәк. Уҡырға инергә лә уйым бар.
– Бик яҡшы. Ҡалала эш хаҡы ла юғарыраҡ, карьера эшләү мөмкинлеге лә бар. Һин әле эш белештеңме?
– Юҡ әлегә. Йәшәп торорға урын эҙләйем башта. Берәй кәңәш бир әле.
– Ҡала уртаһында фатирҙар ҡыйбат, шуға күрә ситтәнерәк эҙлә. Транспортта йөрөүе ҡыйын була инде. Башта эш тап, шунан фатир эҙләрһең. Эш эргәһендә тапһаң, бигерәк шәп була.
– Рәхмәт кәңәшеңә! Беҙ ауылда йәйәү генә йөрөп өйрәнгәнбеҙ, бында транспорт бигерәк күп, автобустарҙа ла тығын икән.
– Эйе, эҫелә тын алыуы ҡыйын булып китә, һауа ла ҡалала бысраҡ бит. Бында шуныһы яҡшы, ял көндәре бик күңелле үтә. Төрлө концерттар, осрашыуҙар, салют була. Кафеға, киноға барырға мөмкин. Берәй көндө беҙ ҙә осрашып, Ағиҙел буйында йөрөп килербеҙ. Хәҙер унда бик матур!
– Ял көндәренә ауылға кил, һыу инербеҙ.
– Саҡырыуыңа рәхмәт!
– Бәйләнештә булайыҡ, осрашҡанға тиклем!