- Онлайн дәрестәр
- 16-се дәрес. Ғаиләбеҙҙең традициялары
16-се дәрес. Ғаиләбеҙҙең традициялары
ғаилә байрамдарын бергә үткәреү | совместное проведение семейных праздников |
тәбиғәткә сығыу | поход в природу |
ғаилә менән бергәләп аш ашау | семейные ужины |
кулинар рецепттарҙы быуындан быуынға тапшырыу | передача кулинарных рецептов из поколения в поколение |
театрға барыу | поход в театр |
Лексик тема: Ғаиләбеҙҙең традициялары
– Айгөл, һеҙҙең ғаиләгеҙҙең традициялары бармы?
– Эйе, беҙ йыл һайын Яңы йылға ҡаҙ бешерәбеҙ. Был беҙҙең ғаилә традицияһы.
– Ә һеҙҙең тағы ла традицияларығыҙ бармы?
– Эйе, тыуған көндәргә бәлеш бешерәбеҙ. Минең тыуған көнөмдә киноға барабыҙ.
– Был да традициямы?
– Шулай. 8-се мартҡа атайым миңә сәскәләр, әсәйемә хушбый бүләк итә. Ә һеҙҙең ниндәй традицияларығыҙ бар?
– Тап бына өсбошмаҡ традицияларҙы хәтергә төшөрҙө лә инде. Тыуған көндәребеҙгә әсәйем һәр өсбошмаҡ бешерә. Телде йоторлоҡ! Ашханалағы был ваҡ бәлештәр әсәйемдекенән ныҡ айырыла. Шулай уҡ һәр Яңы йыл салют аттырабыҙ.
– Башҡа ғаиләләрҙә лә бармы икән традициялар?
– Бар әлбиттә. Һәр ғаиләнең үҙ традицияһы була.