- Онлайн дәрестәр
- 12-се дәрес. Башҡорт брендтары
12-се дәрес. Башҡорт брендтары
ҡурай | курай |
ҡымыҙ | кумыс |
бал | мед |
сармат алтыны | золото сарматов |
дүңгәләк | кольцо |
тамға | знак |
тауар | товар |
төр | вид |
даирә | круг |
мәғлүмәт | информация |
тотош | целый |
ҡыҙыҡһындырыу | заинтересовать |
ҡулланыу | использовать |
төбәк | регион |
ышаныслы | надежный |
ҡиммәтле | дорогой |
Лексик тема: Башҡорт брендтары
– Уҡыусылар, һеҙ нимәләрҙе башҡорт брендтарына индерер инегеҙ?– Мин балды. Башҡорт балы донъя кимәлендә ҙур урын биләй. Башҡорт балы сәйәхәтселәрҙең 10 билдәле тәм-том исемлегенә ингән. Беренсе урында – ҡырым нугаһы һәм абхаз чурчхеллаһы. Икенселә – сәк-сәк. Өсөнсө урында иһә – башҡорт балы! Балдың файҙаһын тәүтормош кешеләре үк белгән. Бигерәк тә алыҫ походта, косметикала, ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланғандар.
– Ә минең өсөн ҡымыҙ – иң яҡшы брендтар иҫәбендә! Беҙгә көс тә биргән, беҙҙе ныҡлы ла иткән файҙалы эсемлек ул ҡымыҙ. Уны эскән кеше сирҙәргә бирешмәгән. Иң файҙалыһы – башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ, тип һанайҙар. Йәй көнө ауылға барһағыҙ, мотлаҡ ҡымыҙ эсергә онотмағыҙ!
– Бик яҡшы! Марат, ә һин ҡурайсы булараҡ, моғайын, ҡурай тиерһең?
– Әлбиттә! Башҡорт тиһәң, иң беренсе ҡурай күҙ алдына килә бит. Ул үҫемлек булараҡ та, башҡорт халыҡ музыка ҡоралы булараҡ та Башҡортостан менән бәйле. Башҡортостан гимнын башҡарғанда ҡурай моңо яңғырай. Шулай уҡ республиканың дәүләт символдарында ла – гербта һәм флагта - ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән. Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон, тын юлдары иркен, күкрәге киң була.
– Бик матур фекерҙәр. Рәхмәт, уҡыусылар! Ысынлап та, беҙҙең республика ил кимәлендә генә түгел, ә донъяла ла билдәлелек яуларға лайыҡлы.
– Шулай! Килешәбеҙ!