Интерактивный башкирский

§20. Һан төркөмсәләре

1.     Төп һандар

Төп һандар предметтарҙың теүəл һанын күрһəтə һəм башҡа һан төркөмсəлəре өсөн нигеҙ һанала: бер, ун биш, йөҙ. Һөйлəмдə аныҡлаусы функцияһын үтəй. Исемдəр функцияһында килһə, төп һандар килеш менəн үҙгəрə, эйəлек ялғауҙарын ҡабул итə. Һəр төп һандың үҙенсəлекле семантик йөкмəткеһе һəм функцияһы бар.

2.     Рəт һандары.

Рəт һандары предметтарҙың һаналыу тəртибен, уларҙың рəттə урынлашыу урынын белдерə. Был һан төркөмсəлəре төп һандарға –ынсы (-енсе, -өнсө, -нсы, -нсе) аффиксы ҡушылып яһала: беренсе урын, икенсе йорт, ун беренсе кеше, ике мең икенсе йыл. Рəт һандары һөйлəмдə аныҡлаусы функцияһын үтəй. Əммə исем функцияһында килгəндə тəртип һандары һөйлəмдең башҡа киҫəктəре вазифаһын да башҡаралар.

3.     Бүлем һандары

Бүлем һандары предметтарҙың, əйберҙəрҙең тигеҙ бүленешен күрһəтə. Улар төп һанға -ар/-əр, -шар/-шəр аффикстары ҡушылып яһала: туғыҙар, бишəр, алтышар, етешəр, унар, берəр, иллешəр, йөҙəр, меңəр.

4.     Йыйыу һандары

Йыйыу һандары заттарҙы (шəхестəрҙе), предметтарҙы, əйберҙəрҙе бергə йыйыуҙы, төркөм итеп билдəлəүҙе белдерə. Йыйыу һандары төп һандарға -ау/-əү аффикстары ҡушылып яһала. Мəҫəлəн: берəү, икəү, өсəү, дүртəү, бишəү, алтау, етəү, унау. Туғыҙ, һигеҙ, егерме, утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһəн, туҡһан төп һандарының сама формалары булмай. Йыйыу һандары һөйләмдә аныҡлаусы функцияһын үтəмəйҙəр. Улар исемлəшеп үҙ аллы ҡулланыла, шулай уҡ ҡылым формалары менəн грамматик мөнəсəбəткə инə. Берəү йыйыу һаны аралашыу процесында бик йыш ҡулланыла. Был йыйыу һаны күрһəтеү, билдəһеҙлек алмаштары функцияһында килə.

5.     Сама һандары

Сама һандары предметтарҙың, əйберҙəрҙең һанын, иҫəбен сама менəн, яҡынса белдерə. Сама һандары бер нисə юл менән яһала:

1. Морфологик юл менəн:

а) төп һандарға -лап/-лəп аффикстары ҡушылып яһала: һигеҙлəп егет килгəн, алтмышлап кеше булды;

 б) -лаған / -лəгəн аффиксы ҡушылыу юлы менəн: утыҙлаған аты, егермелəгəн һыйыры бар.

2. Синтаксик саралар ярҙамында:

 а) ике төп һандың үҙ-ара теҙмə юл менəн эргəлəш килеүе менəн: бер-ике көн, ун-егерме һум, өс-дүрт ҡалаҡ һ.б.

б) төп, төбəү, сығанаҡ килештəрҙə килгəн һандарға тирəһе, самаһы, яҡын, ашыу, артыҡ һүҙҙəре эйəреү юлы менəн: утыҙ тирəһе, илле самаһы, алтмышҡа яҡын, етмештəн ашыу, һикһəндəн артыҡ һ.б.

Был ярҙамсы һүҙҙəр төп һан асыҡлап килгəн исемдəргə лə эйəреп килергə мөмкин: утыҙ кеше самаһы, өс көн тирəһе, өс йөҙ кешегə яҡын һ.б.

Төп һан күплектə ҡулланылһа, шулай уҡ сама төшөнсəһен белдерə: егерме көндəрҙəн һуң килде, сəғəт биштəрҙə ҡайтты.

6.                Кəсер һандары

Кəсер һандары төп һандарға ҡарай. Улар предметтарҙың, əйберҙəрҙең конкрет бер өлөшөн белдерə. Кəсер һандары мəғəнəһен биреүҙə ярты, ярым, сирек кеүек өлөш мəғəнəһен белдереүсе һүҙҙəр ҙə ҡулланыла: дүрт ярым, өс сирек, бер ярты, ике ярым, дүрт мең ярым һ.б.

7.     Үлсәм һандары йәки нумератив һүҙҙəр

Башҡорт телендə үлсәм һандары йәки нумератив һүҙҙəр тип йөрөтөлгəн һəм предметтарҙы, əйберҙəрҙе һанағанда, уларҙың иҫəбен күрһəткəндə киң ҡулланылған бер төркөм һүҙҙəр бар. Был һүҙҙəр көндəлек тормошта йыш осрай һəм беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғəҙəттəре, милли традициялары менəн тығыҙ бəйлəнгəн. Мəҫəлəн: бер баш ҡорот, биш баш умарта, өс тамсы һыу, биш дана дəфтəр.

Һан һүҙ төркөмө түбәндәге категориялар менән үҙгәрә:

1) килеш категорияһы. Килеш категорияһы менән төп, йыйыу һəм рəт һандары ғына үҙгәрә. Мəҫəлəн: Дүртенселə уҡыусылар күрше ауылға йөрөп уҡыйҙар.

2) эйəлек категорияһына йыйыу һандары эйə: берəү берəүе, икəү икəүһе, дүртəүһенең береһе юҡ;

3) хəбəрлек категорияһы күпселек һан төркөмсəһенə хас: бишенсеһемен, унаубыҙ, утыҙлапбыҙ һ.б.

Просмотров: 218985