- Онлайн дәрестәр
- 1-се дәрес. Танышыуға шатмын
1-се дәрес. Танышыуға шатмын
| Хәйерле иртә! | Доброе утро! |
| Хәйерле көн! | Добрый день! |
| Хәйерле кис! | Добрый вечер! |
| Хәйерле төн! | Доброй ночи! |
| Һаумыһығыҙ! | Здравствуйте! |
| Һаумы! | Здравствуй! |
| Сәләм! | Привет! |
| Әйҙәгеҙ, танышайыҡ | Давайте познакомимся |
| Яҡынданыраҡ танышайыҡ | Познакомимся поближе |
| Исемегеҙҙе әйтегеҙ әле | Назовите свое имя |
| Зинһар, тағы берҙе ҡабатлағыҙ әле | Пожалуйста, повторите еще раз |
| Танышыуға шатмын | Рад(а) знакомству |
Лексик тема: Танышыуға шатмын
– Хәйерле көн!
– Һаумыһығыҙ!
– Әйҙәгеҙ,танышайыҡ!
– Мин Заһир булам. Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Баймаҡ районынан.
– Мин Гүзәл. Урал аръяғынан.
– Ә мин Айгөл – Өфө ҡалаһынан.
– Танышыуға шатбыҙ!
– Мин дә бик шат!