Интерактивный башкирский

§3. Сингармонизм законы

Башҡорт теле сингармонизмлы телдәр төркөмөнә инә. Сингармонизм – грек һүҙе, ул яңғырау яғынан бер-береһенә оҡшау тигән мәғәнәне белдерә. Сингармонизмдың түбәндәге төрҙәре бар.

1. Һуҙынҡы өндәр гармонияһы. Төп башҡорт һүҙҙәрендә һүҙҙең тамырында ҡалын һуҙынҡы булһа, ялғауҙарында ла ҡалын һуҙынҡы, нәҙек һуҙынҡылар булһа, ялғауҙарында ла шул уҡ һуҙынҡылар ҡулланыла. Мәҫәлән: ҡалалар – ҡалаларға, мәктәп- мәктәптәрҙе.

 2. Ирен гармонияһы. Төп башҡорт һүҙҙәренең тамырында иренләшкән [о, ө] өндәре булһа, ялғауҙарҙа ла [о, ө] өндәре була. Мәҫәлән: ҡорот - ҡоротто, мөйөш - мөйөштө һ.б. Әгәр ялғауҙарға [а, ә, у, ү] өндәре килеп ҡушылһа, ирен гармонияһы боҙола: һөйөү – һөйөүҙе.

3. Башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек һуҙынҡылар эргәһендә [к, г] өндәре, ҡалын һуҙынҡылар янында [ҡ, ғ] өндәре ҡулланыла. Мәҫәлән: ҡолаҡ, күҙ, Ғариф, Гүзәл, ҡондоҙ, көндөҙ. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр был ҡағиҙәгә буйһонмай:ҡәләм, ҡәнәфи

Просмотров: 226108