§9. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше
Бер генә предметтың, күренештең, төрлө процестың атамаһын белдергән исемдәр берлек исем тип атала: телефон, ултырғыс, байрам. Бер төрлө күп предметтарҙың, күренештәрҙең, төрлө процестарҙың атамаһын белдергән исемдәр күплек исем тип атала: телефондар, ултырғыстар, байрамдар.
Берлек һандың формаль күрһəткесе (аффиксы) юҡ, йəғни улар төп килештəге исем рəүешендə килеп, бер ниндəй ҙə аффикс ҡабул итмəй. Мəҫəлəн: уҡыусы, дала, көй, донъя һ.б. Күплек һан предметтарҙың, хəл-ваҡиғаларҙың, əйберҙəрҙең күп һəм таралған булыуын белдерə. Исемдəрҙең күплек һаны исемгə ҡушылып килгəн -тар -тəр, -ҙар, -ҙəр, -дар, -дəр, -лар, -лəр аффикстары ярҙамында белдерелə. Мəҫəлəн: уҡыусылар, далалар, йырҙар
Исемдəрҙең күплек мəғəнəһе синтаксик юл менəн дə белдерелə. Был саҡта исем алдында конкрет иҫəпте белдереүсе һандар йəки һан (күплек) төшөнсəһен белдереүсе күп, байтаҡ, иҫəпһеҙ, һанһыҙ, бер нисə тибындағы һүҙҙəр килə. Һандан һуң килгəн исемдəргə күплек ялғауы ҡушылмай. Миҫал: Беҙҙең ауылда 120 йорт бар.
Күплек мəғəнəһенең синтаксик юл менəн белдерелеүенең икенсе төрө булып, исем алдындағы аныҡлаусы һүҙҙең ҡабатланып килеүе һанала: тәрән-тәрән, матур-матур һ.б. Мəҫəлəн: матур-матур ҡаялар, бейек-бейек ағастар.
Күплек һанының синтетик юл менəн бирелешендə парлы исемдəр айырым урын тоталар. Башҡорт телендə киң таралған ҡыҙ-ҡырҡын, малай-шалай, аҙыҡ-түлек, ағай-эне һəм шуның кеүек парлы һүҙҙəрҙә күплек мəғəнəһе һалынған, шуға уларға күплек ялғауы ҡушылмай.
Башҡорт телендә айырым һүҙҙәр ҙә күплек мәғәнәһен бирә ала: бесән, май, тоҙ, иген, мал, һөт, шәкәр һ.б. Баҡсала картуф, һуған үҫтерҙек.
Күплекте белдергән бөтә, бар, барлыҡ, һәммә, төрлө, күп һүҙҙәренән һуң да исемгә күплек ялғауы ҡушылмай. Мәҫәлән: Яңы фильмды бөтә кеше яратып ҡараны.
Күплек аффикстары кеше исемдəренə, фамилияларына ҡушылып, бер профессия, бер хеҙмəт кешелəрен, йəки бер фекерҙəш иптəштəрҙе, коллективты һəм ғаилə ағзаларын белдерə. Мәҫәлән: Атайымдарҙың өйө ауыл осондағы сауҡалыҡ янында ине.
Башҡорт телендə, рус телендəге кеүек, род категорияһын белдереүсе грамматик категория юҡ. Əммə кешелəрҙə һəм башҡа йəн эйəлəрендə биологик енесте билдəлəү маҡсатында махсус лексик берəмектəр ҡулланыла: ир — ҡатын, ҡыҙ — малай, ағай — апай, ҡусты — һеңле, ата ҡаҙ — инə ҡаҙ.