Интерактивный башкирский

§7. Исемдәрҙең килеш категорияһы

Һөйләмдә исемдәрҙең бүтән һүҙҙәргә төрлө ялғауҙар менән бәйләнеүе килеш менән үҙгәреш тип атала. Башҡорт телендә алты килеш бар. Эйәлек һәм төшөм килештәрҙең билдәле һәм билдәһеҙ формалары бар. Кем? һорауына яуап биргән исемдәр тик билдәле формала, нимә? һорауына яуап биргән исемдәр билдәле һәм билдәһеҙ формала була ала. Мәҫәлән: яландың сәскәләре – ялан сәскәләре, атайымдың апаһы

 

Просмотров: 269717