Интерактивный башкирский

§6. Исемдәрҙең эйәлек категорияһы

Исемдәрҙең эйәлек категорияһы теге йәки был предметтың ҡайһы бер затҡа йәки предметҡа ҡарағанлығын аңлата. Мәҫәлән, күлдәгем, минең күлдәк, күлдәк минеке, мәктәбебеҙ, беҙҙең мәктәп, мәктәп беҙҙеке

Эйәлек төшөнсәһе 4 төрлө юл менән бирелә:

1.     Эйәлек килештә торған зат алмаштары менән: минең дәфтәр, һинең ҡәләм, уның китабы, беҙҙең класс, һеҙҙең урам, уларҙың тубы

2.     Эйәлек заты ялғауҙары менән: дәфтәрем, ҡәләмең, китабы, класыбыҙ, урамығыҙ, тубы

3.     Эйәлек килештә торған алмаштар һәм эйәлек заты ялғауҙары менән: минең дәфтәрем, һинең ҡәләмең, уның китабы, беҙҙең класыбыҙ, һеҙҙең урамығыҙ, уларҙың тубы

4.     ныҡы, -нөкө, -тыҡы, -теке, -дыҡы, –деке, - ҙыҡы, -ҙеке һ.б. ялғауҙар менән белдерелә: дәфтәр минеке, ҡәләм һинеке, китап уныҡы, класс беҙҙеке, урам һеҙҙеке, туп уларҙыҡы

Просмотров: 269718