Интерактивный башкирский

§4. Баҫым

Башҡорт телендә бер, ике һәм күп ижекле һүҙҙәр бар: кис, алма, бәләкәй, урмандарҙы. Бер нисә ижекле һүҙҙәрҙә, ғәҙәттә, бер ижек әйтелеше менән башҡаларынан айырылып тора. Һүҙ эсендәге бер ижектең төрлө фонетик саралар ярҙамында айырып әйтелеүен баҫым тиҙәр. Башҡорт телендә баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә: кита́п, ҡайта́; һүҙгә ялғау ҡушылған һайын, баҫым аҙаҡҡы ижеккә (ялғауға) күсә бара: китапҡа́, ҡайтала́р.

Һорау алмаштарында баҫым һәр саҡ тәүге ижеккә төшә: ҡа́сан? ҡа́йҙа? ҡа́йһыһы?

Бойороҡ һөйкәлешенең 2-се затында торған һүҙҙәрҙә лә баҫым тәүге ижеккә төшә: а́ша,һө́йлә, ҡа́рағыҙ, һө́йләгеҙ.

Ҡылымға ма,–мә ялғауҙары ҡушылһа, баҫым ошо ялғауҙарҙан алда ҡуйыла: йоҡла – йоҡла́ма.

Көсәйтеү киҫәксәләре һәр саҡ баҫымлы була: и́ң матур, би́к ауыр

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым һаҡлана: химия, алгебра, концерт

Просмотров: 227180