Интерактивный башкирский

§34. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

Кешеләр араһында фекер алышыу һәм аралашыу сараһы булып тел хеҙмәт итә. Ә аралашыуҙың иң мөһим һәм төп формаһы булып һөйләм һанала. Һөйләм бер кешенең уйын, фекерен, ысынбарлыҡҡа булған ҡарашын башҡаларға белдерә. Ул айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән тора. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм телдең эске закондары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Был закондарға буйһонмаған һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәр һөйләм барлыҡҡа килтерә алмай.

Интонация һөйләмдең икенсе бер мөһим билдәһе һанала. Әйтелгәндәрҙән сығып, һөйләмгә шундай билдәләмә бирергә мөмкин: Ысынбарлыҡ тураһында тулы бер уй аңлатып, грамматик һөм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ й ә к и һүҙбәйләнештәр теҙмәһе һөйләм тип атала.

Просмотров: 269713