Интерактивный башкирский

§33. Модаль һүҙҙәр

Модаль һүҙҙəр ысынбарлыҡта булған хəл-ваҡиғаны раҫлауҙы, дөрөҫлəүҙе йəки инҡар итеүҙе, ул ваҡиғаның булыу-булмауы асыҡ түгеллеген һəм икелəнеүҙе, шулай уҡ теге йəки был эш-хəлдəрҙең башҡарылыуы хаҡында фараз итеүҙе, кəрəклекте һəм тейешлекте белдерəлəр. Модаль һүҙҙəрҙе функцияһына ҡарап ике синтаксик төркөмгə бүлергə мөмкин:

1) һөйлəмдə инеш һүҙҙəр функцияһын үтəүсе модальһүҙҙəр (инеш модаль һүҙҙəр);

2) һөйлəмдə төрлө киҫəктəр функцияһын үтəүсе һүҙҙəр (төп модаль һүҙҙəр).

Был ике төркөм араһында принципиаль айырма бар: инеш модаль һүҙҙəр, үрҙə əйтелгəнсə, тик инеш һүҙҙəр функцияһында ғына ҡулланыла, ə төп модаль һүҙҙəр төрлө һөйлəм киҫəктəре вазифаһын, бигерəк тə һөйлəмдең хəбəре функцияһын үтəп йөрөйҙəр. Төп модаль һүҙҙəр ҡушма хəбəр составында ла актив ҡулланыла. Мəҫəлəн, барырға тейеш, барырға кəрəк, барырға мөмкин һ.б.

Мəғəнə йөкмəткелəренə ҡарап модаль һүҙҙəрҙе бер нисə төркөмсəгə бүлеп ҡарарға мөмкин.

1.     Раҫлауҙы, дөрөҫлəүҙе белдереүсе модаль һүҙҙəр

Был төркөмсəгə түбəндəге модаль һүҙҙəр инə: эйе, бар, əлбиттə, ысынлап, ысынлап та, ысындан, ысындан да, дөрөҫ, билдəле, һис шикһеҙ, һис һүҙһеҙ, асылда, яҡшы, ярай һ.б. Был төркөм модаль һүҙҙəр һөйлəмдə бирелгəн уй-фекерҙең ысынбарлыҡтағы факттарға, эш-хəлдəргə тап килеүен, уларҙың реаль булыуын дөрөҫлəүҙе, раҫлауҙы белдерəлəр.

2. Кире ҡағыуҙы һəм инҡар итеүҙе белдергəн модаль һуҙҙəр

Юҡ модаль һүҙе һөйлəмдə һүҙ барған уй-фекерҙе кире ҡағыуҙы, инҡар итеүҙе һəм был фекер менəн риза булмауҙы белдерə.

3. Кəрəклекте һəм тейешлекте белдереүсе модаль һүҙҙəр

Был төркөмсəгə кәрәк һəм тейеш модаль һүҙҙəре ҡарай. Кəрəк модаль һүҙе теге йəки был эште һис кисектергеһеҙ башҡарырға кəрəклекте белдерə.

4.Мөмкинлекте һəм мөмкин түгеллекте белдергəн модаль һүҙҙəр

Был төркөмсəгə мөмкин, ярай, мөмкин түгел, ярамай модаль һүҙҙəре ҡарай.

1.     Икелəнеүҙе, фараз итеүҙе белдергəн модаль һүҙҙəр

Был төр модаль һүҙҙəр эш-хəлдең булғанлығы һəм булырға тейешлеге хаҡында фараз итеүҙе, икелəнеүҙе, аныҡһыҙлыҡты белдерəлəр: ахыры, ахырыһы, буғай, бəлки, бəлкем, моғайын, ихтимал, күрəһең, белмəйем, белмəҫһең, булһа кəрəк, кем белə, булырға тейеш, булыуы мөмкин.

6.Саҡырыуҙы, өндəүҙе, үтенеүҙе, тəҡдим итеүҙе белдергəнмодаль һүҙҙəр. Был төркөм модаль һүҙҙəр тыңлаусыны ниндəй ҙə булһа берəй эште башҡарырға өндəүҙе, саҡырыуҙы, тəҡдим итеүҙе белдерə. Өндəүҙе белдергəн модаль һүҙҙəр: зинһар, рəхим итегеҙ, ғəфү итегеҙ, ҡуй, ҡуйығыҙ, ҡараҡарағыҙ, белəһеңме, белəһегеҙме, аңлайһыңмы, аңлайһығыҙмы һ.б.

Был модаль һүҙҙəрҙең семантик һəм синтаксик үҙенсəлеге шунда: өндəүҙе белдергəн модаль һүҙҙəр ҡулланылғанда һөйлəм һəр ваҡыт айырым бер интонация менəн əйтелə һəм һөҙөмтəлə тойғоло өндəү һөйлəм барлыҡҡа килə.

Модаль һүҙҙəр рəтенə модаль мөнəсəбəттəр белдермəгəн һүҙҙəрҙе индерергə ярамай. Мəҫəлəн, логик мөнəсəбəтте белдереүсе тимəк, етмəһə, нисек кенə булмаһын, юғиһə, шулай итеп, улай булғас, ҡыҫҡаһы, аҙаҡ килеп, баҡтиһəң, əмəлгə ҡалғандай һəм башҡа шуның кеүек һүҙҙəр модаль һүҙҙəр түгел, сөнки улар əйтелгəн фекерҙе дөйөмлəштереп ҡуйыуҙы, уға аңлатма биреүҙе белдерəлəр. Шулай уҡ беренсенəн, бер яҡтан, өҫтəүенə, минеңсə, һеҙҙеңсə, əйтеүҙəренə ҡарағанда, ишетелеүенсə кеүек инеш һүҙҙəрҙе лə модаль һүҙҙəргə индереп булмай. Улар ҙа модаль мөнəсəбəттəрҙе белдермəйҙəр, ə фекерҙең эҙмə-эҙлелеген, уның сығанағын күрһəтеү өсөн ҡулланылалар.

Тимəк, һөйлəмдə инеш һүҙҙəр функцияһын модаль һүҙҙəр менəн бер рəттəн башҡа һүҙ төркөмдəре лə үтəп йөрөй. Модаль һүҙҙəр менəн инеш һүҙҙəр араһында ҙур айырма бар.

Беренсенəн, модаль һүҙҙəр, бөтəһенəн элек, морфологик күренеш булып, ə инеш һүҙҙəр синтаксик күренеш һанала. Икенсенəн, инеш һүҙҙəр функцияһында бөтə үҙ аллы һүҙ төркөмдəре, шул иҫəптəн модаль һүҙҙəр ҙə, йөрөй ала. Өсөнсөнəн, инеш һүҙҙəрҙең бөтəһе лə модаль мəғəнə белдермəй. Модаль һүҙҙəрҙе шатланыуҙы, ғəжəплəнеүҙе, үкенеүҙе һəм башҡа төр хис-тойғоларҙы, эмоцияларҙы белдергəн һүҙҙəр менəн бутарға ярамай. Модаль һүҙҙəрҙең күбеһе үҙ аллы һүҙҙəрҙең семантик яҡтан үҙгəреүе нигеҙендə һəм синтаксик яҡтан айырымланыуы һөҙөмтəһендə барлыҡҡа килгəн.

Просмотров: 269708