Интерактивный башкирский

§32. Киҫәксәләр

Башҡорт телендә айырым һүҙгә, һүҙбәйләнешкә йәки бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәлмә мәғәнә биҙәктәре биргән ярҙамлыҡ һүҙҙәр бар. Улар киҫәксә тип атала. Аңлатҡан мәғәнәләре буйынса улар түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:

а) һорау киҫəксəлəре: -мы/-ме, -мо/-мө, -мы ни/-ме ни, -мо ни/ -мө ни, -мы икəн/- ме икəн, -мы əллə /-ме əллə, -мы һуң /-ме һуң, -мы икəн, ни/-ме икəн ни. Һорау киҫəксəлəре бөтə үҙ аллы һүҙ төркөмөнə ҡушыла алалар: тимерме, матурмы, минме, бөгөнмө, килгəнме, һорау киҫəксəлəренең мəғəнəһендə һорау элементы өҫтөнлөк итə, əммə контекст эсендə һорау мəғəнəһе башҡа мəғəнəлəргə күсергə мөмкин. Был аффикс риторик һорауҙы ла йыш белдерə, һорау киҫəксəлəре һорау һөйлəмде грамматик планда формалаштырыуҙа төп сараларҙың береһе һанала.

б) сиклəү киҫəксəлəре теге йəки был ваҡиғаның, эш-хəлдең булыу, башҡарылыу ваҡытын сиклəүҙе белдерə. Был киҫəксəлəрҙең мəғəнə йөкмəткеһенə аҙһытыу, кесерəйтеү, əҙəйтеү кеүек мəғəнə төҫмөрлөктəре хас. Сиклəү киҫəксəлəренə -ҡына/-кенə, -ғына/-генə, -ук/-үк, фəҡəт, тик, бары һəм башҡа ярҙамлыҡ һүҙҙəр ҡарай.

в) көсəйтеү киҫəксəлəре. Был киҫəксəлəр төркөмсəһенə үтə, бик, иң, тома, шыр, дөм, салт һəм башҡа бик күп һүҙҙəр ҡарай. Сифаттың артыҡлыҡ дəрəжəһен яһаусы киҫəксəлəр бик йыш ҡулланыла. Уларҙың күбеһе төп сифаттың беренсе ижегенə тартынҡы өндəр ҡушылып яһала: йəп-йəшел, зəп-зəңгəр, ҡып-ҡыҙыл, тип-тиң, еп-еүеш, ап-аҡ, йоп-йомшаҡ, сеп-сей, иң яҡшы һ.б.

г) раҫлау киҫəксəлəре. Был төркөмсəгə дабаһа (ҙабаһа, лабаһа, табаһа, дəбаһа, ҙəбаһа, лəбаһа, тəбаһа), да (дə, та, тə, ла, лə, ҙа, ҙə), бит, -сы(-се, -со, -сө) киҫəксəлəре ҡарай. Был модаль киҫəксəлəр əҙəби телдең төрлө жанрҙарында һəм һөйлəү телендə бик киң ҡулланыла. Улар һөйлəмдə бирелгəн уй-фекерҙең дөрөҫлөгөн, хəл-ваҡиғаларҙың реаль булыуын йə реаль

булмауын раҫлауҙы белдерəлəр, һөйлəмдə улар һөйлəм аҙағында хəбəр составында килə, йəғни постпозитив ҡулланыла.

д) икеләнеү киҫәксәләре. Был төркөмсəгə -тыр/ -тер, -дыр/-дер, -ҙыр/ -ҙер, -лыр/-лер, фəлəн, маҙар, əле киҫəксəлəре инə. Был киҫəксəлəрҙең төп мəғəнəһе икелəнеүҙе, билдəһеҙлекте һəм аныҡһыҙлыҡты белдереүгə ҡайтып ҡала. Əммə контекста улар башҡа бик күп мəғəнə төҫмөрлөктəрен белдереп килергə мөмкин. Икелəнеүҙе белдергəн киҫəксəлəр һөйлəмдең баш киҫəктəренə лə, эйəрсəн киҫəктəренə лə ҡушылып килə ала. -дыр/-дер аффиксы һəм уның фонетик варианттары хəбəр һөйкəлешенең билдəһеҙ формаларына ҡушылып, икелəнеүҙе, билдəһеҙлекте көсəйтəлəр.

е) үтенеү киҫәксәләре. -сы, -се, -со, -сө киҫәксәләре, бойороҡ һөйкәлеше ҡылымына ҡушылып, үтенесте, инәлеүҙе, кәңәште, йомшаҡ бойороуҙы белдерә: бир-се, ҡара-сы

Просмотров: 229111