Интерактивный башкирский

§29. Теркәүестәр

Теркəүестəр - ҡушма һөйлəм составындағы ябай һөйлəмдəрҙең һəм ябай һөйлəмдəге тиң киҫəктəрҙең үҙ-ара синтаксик бəйлəнешен күрһəтеүсе ярҙамлыҡ һүҙҙəр.

Үҙҙəренең морфологик составы яғынан теркəүестəр түбəндəге төрҙəргə бүленə:

1. Ябай теркəүестəр: бары, берсə, бəлки, гүйə, йəнə, йə, йəғни, лəкин, сөнки, тағы, фəҡəт, һəм, хатта, ə, əгəр, əммə, юҡһа, тик, шунлыҡтан, гəрсə, əйтерһең һ.б.

2. Ҡушма теркəүестəр: йə булмаһа, шуға күрə, шуға ҡарамаҫтан, шулай уҡ, шуның менəн бергə, шулай ҙа, əгəр ҙə, əгəр ҙə мəгəр, иллə мəгəр, уның ҡарауы, шуның арҡаһында, шуның һөҙөмтəһендə һ.б.

Синтаксик функциялары буйынса теркəүестəр ике ҙур төркөмгə бүленə: теҙеү теркəүестəре һəм эйəртеүсе теркəүестəр.

Теҙеү теркəүестəре

Теҙеү теркəүестəре һөйлəмдəге теҙмə бəйлəнеште барлыҡҡа килтереүсе грамматик сараларҙың береһе булып тора. Улар бер-береһенə буйһонмаған тиң һөйлəм киҫəктəрен (тиң эйəлəрҙе, тиң хəбəрҙəрҙе, тиң эйəрсəн киҫəктəрҙе) һəм теҙмə ҡушма һөйлəм составындағы тиң мəғəнəле һөйлəмдəрҙе үҙ-ара теркəп килə.

Теҙеү теркəүестəре, үҙҙəре аңлатҡан мəғəнəлəренə ҡарап, өс төркөмсəгə бүлеп йөрөтөлə:

1) йыйыу теркəүестəре: һəм, йəнə, тағы, тағы ла, шулай уҡ, шуның менəн бергə, шул уҡ ваҡытта, да-дə, ҙа-ҙə, ла-.лə, та-тə.

Был теркəүестəр дөйөм бергəлекте, ике йəки бер нисə эш-хəлдең бергə булыуын, йəиһə береһе артынан икенсеһенең эшлəнеүен аңлата. Был теркəүестəрҙең һəр ҡайһыһының мəғəнə нескəлектəре бар, шуға күрə күп осраҡта уларҙың береһе урынына икенсеһен ҡулланып булмай.

2) ҡаршы ҡуйыу теркəүестəре: ə, лəкин, əммə, тик, иллə, иллə мəгəр, бары, бəлки, фəҡəт, юҡһа, юғиһə, шулай ҙа, шулай булһа ла, шуға ҡарамаҫтан, уның ҡарауы. Был теркəүестəр дөйөм ҡаршылыҡ мəғəнəһен, йəғни бер эштең үтəлеү-үтəлмəүенə икенсе эштең ҡаршы ҡуйылыуын белдерə. Ҡаршы ҡуйыу теркəүестəре ябай һөйлəмдəге тиң киҫəктəрҙең һəм ҡушма һөйлəм составындағы тиң һөйлəмдəрҙең бер-береһенə бəйлəнешен булдыра.

3) бүлеү теркəүестəре: йə, йəки, йəиһə, берсə-берсə, ни, бер, əле, əллə, йə булмаһа теркəүестəре инə. Был теркəүестəр һөйлəм эсендə яңғыҙ йəки парлап ҡулланыла һəм эш-хəлдең ҡабатланып тороуын, ике йəки бер нисə эштең береһе генə үтəлеүен, йə булмаһа берəй эштə ике йəки бер нисə предметтың береһе генə ҡатнашыуын белдерə. Бүлеү теркəүестəре ябай һөйлəмдə тиң эйəлəрҙе, тиң хəбəрҙəрҙе тиң эйəрсəн киҫəктəрҙе бер-береһенə тоташтырыусы

грамматик сара вазифаһын үтəй.

Эйəртеүсе теркəүестəр

Эйəртеүсе теркəүестəр — эйəртеүле һүҙбəйлəнеш барлыҡҡа килтереүсе грамматик сара. Əгəр теҙеүсе теркəүестəр һөйлəмдə теҙмə бəйлəнеште барлыҡҡа килтерһəлəр, эйəртеүсе теркəүестəр эйəртеүле бəйлəнеш яһайҙар, улар башлыса эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəрҙə эйəрсəн һөйлəмде баш һөйлəмгə теркəп йөрөйҙəр. Эйəртеүсе теркəүестəр сəбəп, шарт, оҡшатыу, һөҙөмтə мөнəсəбəттəрен белдерə.

Сəбəп теркəүесе: сөнки. Сөнки теркəүесе морфологик яҡтан ябай теркəүес, ул һөйлəмдə тиң хəбəрҙəрҙе теркəп килə. Мəғəнəһе буйынса бер эштең эшлəнеү-эшлəнмəүенə, бер хəлдең булыу-булмауына икенсе эш-хəлдең сəбəп булыуын белдерə.

Шарт теркəүестəре: əгəр, əгəр ҙə, əгəр ҙə мəгəр. Улар эйəртеүле ҡушма һөйлəм составындағы эйəрсəн һөйлəм алдынан килеп, эйəрсəн һөйлəмде баш һөйлəмгə теркəүсе грамматик сара вазифаһын үтəй. Шуның менəн бер рəттəн эйəрсəн һөйлəмдең хəбəре менəн бергə шарт мөнəсəбəтен белдерə.

Оҡшатыу теркəүестəре: гүйə, гүйəки. Был теркəүестəр бер нəмəне йəки эш-хəлде икенсеһенə сағыштырғанда, оҡшатҡанда ҡулланылып, кеүек, шикелле, əйтерһең дə тигəн мəғəнə бирə.

Һөҙөмтə теркəүестəре: хатта, шуға, шуға ла, шуға күрə, шуның өсөн, шунлыҡтан, шуның һөҙөмтəһендə, шул арҡала, шулай булғас. Һөҙөмтə теркəүестəре һөйлəм киҫəктəрен, шулай уҡ һөйлəмдəрҙе теркəү өсөн ҡулланыла, көсəйтеү-һөҙөмтə мəғəнəһен бирə.


Просмотров: 274060