§28. Бәйләүестәр
Бəйлəүестəр тип һөйлəм эсендə үҙ аллы һүҙҙəр араһындағы синтаксик мөнəсəбəттəрҙе белдереүсе ярҙамлыҡ һүҙҙəргə әйтəлəр. Бəйлəүестəр һөйлəмдə айырым һүҙҙəрҙе бер-береһенə бəйлəп килə: йылға аша сығыу, таңға хəтле йөрөү, дәрестән һуң осратыу, ут кеүек ҡыҙыу һ.б.
Бəйлəүестəр үҙгəрмəүсəн һүҙ төркөмдəренə инə, уларҙың грамматик күрһəткестəре юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер бəйлəүестəрҙең килеш, күплек, эйəлек, хəбəрлек, сағыштырыу дəрəжəһе ялғауҙарын ҡабул итеүҙəре мөмкин: һинең кеүектəргə, уның кеүегерəк һ.б.
Килеп сығышы буйынса бəйлəүестəр бер нисə төркөмгə бүлеп йөрөтөлә.
1. Төп бəйлəүестəр. Был төркөмгə ҡараған бəйлəүестəр лексик мəғəнəлəрен бөтөнлəй юғалтҡан формалар, күп осраҡта уларҙың ниндəй һүҙ төркөмөнəн айырылып сығыуын да билдəлəүе мөмкин түгел. Башҡорт телендə төп бəйлəүестəргə түбəндəгелəр ҡарай: менəн, өсөн, кеүек, һымаҡ, шикелле, айҡанлы, ҡəҙəр, табан, һайын тиклем, саҡлы, хəтлем, күрə һ.б.
2. Башҡа һүҙ төркөмдəренəн (исем, сифат, рəүеш, ҡылым) күскəн бəйлəүестəр. Улар үҙҙəре айырылып сыҡҡан төп һүҙҙəргə омоним булып тора. Был төркөмгə ингəн бəйлəүестəрҙең байтаҡ өлөшөн исемдəрҙəн күскəн бəйлəүестəр тəшкил итə: тыш, буйы, самаһы, тирəһе; башҡа, көйгə, көйөнə, хаҡына, ыңғайына, оҙайға, оҙайына; арҡаһында, тураһында, хаҡында, хəлдə, турала, хаҡта, рəүештə, алда, мəлдə; тарафтан, тарафынан, сəбəптəн.
Рəүеш бəйлəүестəргə түбəндəгелəр ҡарай: һуң, элек, элгəре, əүəл, ҡаршы, кире, ары, артыҡ, арҡыры, арҡылы, бире, борон, аҙаҡ, яҡын, былай, алда һ.б.
Сифат бəйлəүестəр: бүтəн, ала, оҙон, тартым, төҫлө һ.б.
Башҡорт телендə ҡулланылған бəйлəүестəр араһында ҡылымдан күскəн бəйлəүестəр ҙə байтаҡ. Улар түбəндəгелəр: күрə, ҡарап, ҡарамаҫтан, ҡарағанда, ҡарай, ҡарата, ҡарамайынса, була, булып, буйлап, башлап, килеш, тип, ҡала, килгəндə, алып, аша, ашыу һ.б.
Бəйлəүестəр үҙ аллы лексик мəғəнəгə эйə түгел, шуға күрə улар айырым торғанда конкрет мəғəнə белдермəй, айырым һөйлəм киҫəге лə була алмай, ə һүҙҙəр араһындағы грамматик мөнəсəбəттəрҙе генə белдерə.
Үҙҙəре бəйлəнгəн һүҙҙəрҙең ниндəй килеш формаларында килеүенə ҡарап, бəйлəүестəр өс төркөмгə бүленə:
1) төп һəм эйəлек килеш менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр;
2) төбəү килеш менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр;
3) сығанаҡ килеш менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр.
1. Төп килештəге исемдəр һəм эйəлек килештəге алмаштар менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəргə түбəндəгелəр инə: менəн, өсөн, кеүек, һымаҡ, шикелле, төҫлө, һайын, аша, үтə арҡылы, тураһында, хаҡында, турала, хаҡта, буйы, буйынса, буйына, арҡаһында, арҡала, айҡанлы, тарафынан, сəбəпле, урынына, тиклем, саҡлы, ҡəҙəр һ.б.
2. Төбəү килештəге исемдəр менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр. Был төркөмгə түбəндəге бəйлəүестəр инə: тиклем, хəтле(м), саҡлы, ҡəҙəр, күрə, ҡаршы, ҡарап, ҡарай, табан, ҡарағанда, ҡарамаҫтан, ҡарата, тиклем, хəтле(м), саҡлы, ҡəҙəр.
3. Сығанаҡ килештəге исемдəр менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр. Был төркөмгə түбəндəге бəйлəүестəр ҡарай: башҡа, бүтəн, тыш, бирле, һуң, аҙаҡ, элгəре, элек, борон, əүəл, алда, алып, башлап, ҡала, кире, ары, түбəн, ала. Бирле бəйлəүесе эш-хəрəкəт, хəл-ваҡиғаның башланыу моментын белдерə.