§26. Хәл ҡылым
Төп эште белдергән ҡылымға өҫтәмә мәғәнә биреп, уны асыҡлап килгән ҡылым формаһы хәл ҡылым тип атала.Хәл ҡылымдар, төп ҡылым алдынан килеп, ни эшләп? ни рәүешле?, ни эшләгәс?, ҡасан?, ниңә?, ни өсөн? һорауҙарына яуап бирә. Зат, һан, килеш менән үҙгәрмәй. Мәҫәлән: ҡабаланып һөйләне, әйтмәй йөрөнө, ҡысҡырып көлә, илатҡансы әрләй, йәшәй-йәшәй белдем. Хәл ҡылымдың 4 формаһы бар:
1-се формаһы –п (-ып, -еп, -оп, -өп) ялғауы менән яһала, икенсе ҡылымдан аңлашылған эш-хəрəкəттең башҡарылыу рəүешен белдерə: өрөп ҡап, асығып килгән, боролоп ҡараны, эйәреп йөрөгән.
2-се формаһы эш-хәлдең эшләнеү ваҡытын, төп ҡылымдан аңлашылған эш-хəлдең сəбəбен белдерә, нимә эшләгәс?, ни өсөн? һорауҙарына яуап бирә. Хəл ҡылымдың 2-се формаһы белдергəн эш-хəл төп ҡылым аңлатҡан эш-хəлдəн алда башҡарылған була. Ул –ғас, -гәс, -ҡас, -кәс ялғауҙары менән яһала, юҡлыҡ формаһы -ма/-мә аффикстары менән белдерелә: килгәс күрҙем; уянғас ишетте; күрмәгәс, белмәйем.
3-сө формаһы һөйлəмдə был форма һөйлəмдə эш-хəрəкəттең башҡарылыу, эшлəнеү рəүешен, ысулын һəм юлын белдерə, нисек?, ни рәүешле? һорауҙарына яуап була. Ул -ҡанса, -кәнсә, -ғанса, -гәнсә ялғауҙары менән яһала: килешкәнсә эшләне, уйлағанса булды.
4-се формаһы –а (-ә, -й) ялғауы менән яһала, нисек?, ни рәүешле? һорауына яуап бирә: оҙата барма, килә күрмә, ҡарай –ҡарай эшләне. Хəл ҡылымдың был формаһы төп ҡылым белдергəн эш-хəлдең нисек башҡарылыуын, эшлəнеү рəүешен белдерə. -а, -ə, -й аффикслы хəл ҡылымдарҙың ҡабатланып ҡулланылған формалары, үҙҙəренең ҡылым билдəлəрен юғалтып, рəүештəр рəтенə күсə. Синонимик хəл ҡылым формаларының парлашып ҡулланылыуы һөҙөмтəһендə лə рəүештəр барлыҡҡа килə. Миҫалдар: ашыға-ашыға, бара-бара,көтә-көтә.