§25. Уртаҡ ҡылым
Һөйләмдә берәй эште эшләргә тейеш, кәрәк, мөмкин булғанды йәки тыйылыуҙы белдергән ҡылымдар уртаҡ ҡылым тип атала. Ул нимә эшләргә? һорауына яуап була: саҡырырға, көтөргә, яратырға.Уртаҡ ҡылым зат, килеш, заман, һан менән үҙгәрмәй. Юҡлыҡ формаһы тамыр (нигеҙ) ҡылымға –ма, -мә аффикстары ҡушылып яһала, -р ялғауы –ҫ өнөнә күсә: барырға- бармаҫҡа, көтөргә – көтмәҫкә, китергә- китмәҫкә.