Интерактивный башкирский

§24. Исем ҡылым

Исем-ҡылым эш-хәлдең, хәрәкәттең, процестың атамаһын белдерә, нимә? ни эшләү? һорауҙарына яуап була. Ҡылымдың тамырына –у, (-ү, -ау, -әү, -оу, -өү, -ыу, --еү) ялғауҙары ҡушып яһала. Исем-ҡылымдарҙы шулай уҡ –маҡ, -мәк, -ш (-ыш, -ош, -өш) ялғауҙары ла яһай: йөрөү, ҡарау, ҡайтмаҡ, йәшәп ятыш.

Исем ҡылым – ҡылымдарҙың исемләшкән формаһы. Ул исемдең дә, ҡылымдың да билдәләрен белдерә: исем кеүек һан, зат, килеш менән үҙгәрә. Ҡылым кеүек барлыҡ-юҡлыҡта, күсемле һәм күсемһеҙ була ала, уларға йүнәлеш һәм күләм категориялары ла хас.

Просмотров: 294401