§23. Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы
1. Рәүеш яһаған ялғауҙар ҡушып яҙыла: беҙҙеңсә, ауылса, бүреләй, аҡсалата
2. Ике һүҙҙән торған ҡушма рәүештәр бергә яҙыла: барыбер (бары бер), быйыл (был йыл) һ.б.
3. Һүҙҙәрҙе парлау һәм ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр һыҙыҡса аша яҙыла: йәйен-ҡышын, иртәле-кисле, шәп-шәп
4. Рәүеш яһаусы –лата/-ләтә ялғауы, һүҙ ниндәй өнгә тамамланһа ла, -л менән башлана: игенләтә, аҡсалата, йөҙләтә, онлата.