Интерактивный башкирский

§22. Рәүеш дәрәжәләре

Рәүештең сағыштырыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәләре бар, ләкин бөтә рәүештәр ҙә дәрәжә менән үҙгәрмәй.

Рәүештең сағыштырыу дәрәжәһе –раҡ, -рәк, -ыраҡ, -ерәк, -ораҡ, -өрәк ялғауҙары менән яһала: тиҙерәк кил, йышыраҡ осрашайыҡ, шымыраҡ һөйлә.

Артыҡлыҡ дәрәжәһе рәүеш алдынан үтә, ныҡ, бигерәк, ифрат, уғата һ.б. рәүештәрен һәм туп-, ап-, ип- һ.б. киҫәксәләрен ҡуйыу юлы менән яһала: үтә ныҡ ҡысҡыра, бигерәк шәп йүгерә, туп-тура йөрөй, ап-аҙ бирҙеләр.

Просмотров: 269716