Интерактивный башкирский

§21. Рәүеш тураһында төшөнсә. Рәүеш төркөмсәләре

Рәүеш – эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттең билдәһен белдереүсе, уларҙың нисек, ҡасан, ни рәүешле үтәлеүен аңлатҡан һүҙ төркөмө. Ғәҙәттә, ҡылым алдынан килә, ялғауҙар ҡабул итмәй. Рәүештәр һөйләм эсендә күберәк хәл булып килә.

Башҡорт телендә рәүештәр төрлө мәғәнә аңлата. Аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, улар түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

1.     Төп рәүеш эш-хәлдең нисек, ни рәүешле үтәлеүен белдерә һәм нисек? ни рәүешле? һорауҙарына яуап була. Төп рəүештəр һан яғынан да, мəғəнəһе яғынан да башҡа рəүештəрҙəн ныҡ айырылып тора. Был төркөмгə түбəндəге рəүештəр ҡарай: аҙ, аҙ-маҙ, арҡыры, артабан, əкрен, йəһəт, кинəт, ҡапыл, йəйəү, йөҙтүбəн һ.б.

2.     Оҡшатыу рəүештəре. Был төркөмгə ингəн рəүештəр эш-хəлдең башҡарылыу процесын, эш-хəрəкəттең билдəһен ни ҙə булһа икенсе бер процесс, предмет менəн сағыштырып ҡарауҙы, оҡшатыуҙы белдерə, нисек? һорауына яуап була. Мəҫəлəн, ат башындай, батырҙарса, көскə, минеңсə, гөлдəй, беҙҙеңсə, башҡортса һ.б.

3.     Күлəм-дəрəжə рəүештəре. Был төркөмгə ҡараған рəүеш эш-хəрəкəттəрҙең, эш-хəлдəрҙең һəм билдəнең күлəмен-самаһын белдерə, күпме? һорауына яуап бирә. Мəҫəлəн, əҙ һөйлəү, һирəк осрашыу, йыш булыу, бер аҙ хəл йыйыу.

4.     Ваҡыт рəүештəре. Был төркөм рəүештəр эш-хəлдəрҙең, ваҡиғаларҙың, хəрəкəттəр һəм процестарҙың булыу, башҡарылыу һəм үтəлеү ваҡытын белдерə. Мəҫəлəн, бөгөн килде, һуң башланды, хəҙер ҡайта.

5.     Урын рәүештәре. Был төркөм рəүештəр эш-хəлдəрҙең, ваҡиғаларҙың үтәлеү-үтәлмәү урынын белдерә: яҡын килде, түбән төштө, алыҫ осто.

6.      Сəбəп маҡсат рəүештəре. Был төркөмгə ингəн рəүештəр эш-хəлдəрҙең, хəрəкəттəрҙең башҡарылыу сəбəбен Һəм маҡсатын белдерə. Ниңә? ни өсөн? һорауҙарына яуап була. Мəҫəлəн, юҡҡа йөрөү, бушҡа йөрөү юҡтан борсолоу, тиктомалдан көлөү, юрамал əйтеү, юрый көлөү, буштан-бушҡа, берҙə юҡҡа, аңламаҫтан

Просмотров: 269709