§2. Һуҙынҡы өндәр
[а, о, у, ы, ү, ә, ө, э, и] – башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре.
а, у, о, ы - артҡы рәт һуҙынҡылары
ә, ү, ө, э (е) - алғы рәт һуҙынҡылары
[и] һуҙынҡыһы йомшаҡ та, ҡаты ла була ала: иләк – был һүҙҙә [и] өнө йомшаҡ, илаҡ - [и] өнө ҡаты.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре
Ә – иренләшмәгән нәҙек һуҙынҡы. Телдең осо ауыҙ ҡыуышлығының алғы өлөшөндәге аҫҡы тештәргә тейә, телдең уртаһы саҡ ҡына күтәрелә: әсәй, әтәс, мәктәп.
Ө – иренләшкән нәҙек һуҙынҡы. Ирендәр бөрөшкән хәлдә тора, урт эсендә тел өҫкә күтәрелә: өй, төлкө, өмөт
Ү – иренләшкән алғы рәт һуҙынҡыһы. Ирендәр, [у] өнөн әйтергә әҙерләнгән кеүек бөрөшкән хәлдә тора, ләкин тағы ла нығыраҡ ҡыҫыла, тел өҫкә күтәрелә: үтек, дүрт, күп.
Ғ – тамаҡ төбө тартынҡыһы. Тел төбө аңҡауға яҡынлашып, һауа ярыҡ аша ғына сыға: даға, Ғата, туған.
Ҙ – теш араһы тартынҡыһы. Тел теш араһына ҡуйыла, һауа ағымы теш араһынан өрөп сығарыла: таҙа, боҙоҡ, аҙна
Ҡ – тамаҡ төбө тартынҡыһы. Тамаҡ төбөндә тел ярҙамында ҡапланып торған һауа үпкәнән көс менән сығарыла: ҡабаҡ, ҡарт, ҡыйын
Ң – талғын аңҡау өнө. Телмәр ағзалары [н] өнөн әйтергә йыйынғандағы һымаҡ әҙерләнә, ләкин ауыҙ әҙерәк асылып танау эсендә әйтелә: киң, саңғы, уңған
Ҫ – теш араһы тартынҡыһы. Тел теш араһына ҡуйыла, һауа ағымы өрөп сығарыла: иҫке, намыҫ, кеҫә
Һ – һауа ағымы тамаҡ төбөнән көс менән этеп сығарыла: һан, һәнәк, һыйыр
Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше
Телмәр ағышында тартынҡы өндәр түбәндәге үҙгәрештәргә осрай:
Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. Һүҙ аҙағында килгән [ҡ], [к] һәм [п] өндәре, һүҙгә һуҙынҡы өн менән башланған ялғау ҡушылғанда [ғ], [г] һәм [б] өндәренә әйләнә, мәҫәлән: иләк – иләге, һарыҡ – һарығы, туп-тубы, көрәк- көрәге, мыйыҡ – мыйығы һ.б. Был законға рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә буйһона: этап – этабы, принцип – принцибы.
Ассимиляция. Ассимиляция – “оҡшатыу” тигән мәғәнәне аңлата. Башҡорт телендә һүҙҙең аҙағындағы тартынҡылар менән ялғауҙар башындағы тартынҡы өндәр бер-береһенә оҡшашып килә. Миҫалдар: таш – таштар, таштың, ләкин ташдар, ташдың түгел. Әгәр һүҙҙәр [р, й, ҙ, у, ү] өндәренә бөтһә, ҡайһы бер ялғауҙар [ҙ] өнө менән башлана: йондоҙҙай, күҙҙәрҙә, ҡарҙа, яныуҙан, һөйөүҙән, көйөүҙәр.
Диссимиляция. Диссимиляция – оҡшашмау тигән һүҙ, ул йәнәш торған тартынҡы өндәрҙең бер-береһе менән оҡшашмауын аңлата. Диссимиляцияға нигеҙләнгән һүҙ яһаусы ялғауҙар:
1. Исем яһаусы -лыҡ, -лек, -лоҡ, -лөк ялғауҙары: ас-лыҡ, күлдәк-лек, көн - лөк.
2. Сифат яһаусы -лы, -ле, -ло, -лө, -һыҙ, -һеҙ, -һоҙ, -һөҙ ялғауҙары: тат-лы, һөт-һөҙ, тоҙ-һоҙ
3. Ҡылым яһаусы -ла, -лә ялғауҙары: һүҙ ниндәй өнгә бөтөүгә ҡарамаҫтан, ялғау [л] өнө менән башлана. Миҫалдар: баш - ла, таш - ла.
Диэреза. Ассимиляция йәки диссимиляция һөҙөмтәһендә һүҙҙең берәй өнө йәки ижеге төшөп ҡалыуҙы диэреза тип йөрөтәләр. Башҡорт телендә диэреза, ғәҙәттә, йәнле һөйләү телендә һәм балалар телмәрендә осрай. Бигерәк тә талғын [л] тартынҡыһы төшөп ҡалыусан. Был процесс төрлө фонетик шарттарҙа булырға мөмкин: ҡалмаҫ > ҡамаҫ, алып бир > әпир, һепертке > һеперке һ.б.
Метатеза. Әйтелештәрен еңелләштереү өсөн һүҙ составындағы тартынҡы өндәрҙең урындарын алмаштырып ҡуйыуҙы метатеза тиҙәр. Мәҫәлән: ҡырмыҫҡа – ҡымырҫҡа.