Интерактивный башкирский

§19. Һан тураһында төшөнсә

Предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ төркөмө һан тип атала. Ул нисә? күпме? нисәү? нисәшәр? күпмешәр? һорауҙарына яуап бирә. Һандар предметтарҙың конкрет һанын, иҫəбен (биш салбар, ике йөҙ кеше ), уларҙың һаналыу тəртибен (беренсе, утыҙ өсөнсө), предметтарҙың һан яғынан самаһын (унлап, ҡырҡлаған), шулай уҡ уларҙың тигеҙ өлөштəргə бүленешен (берəр, меңəр) һəм башҡа мəғəнə төҫмөрлөктəрен белдерə.

Һандарҙың һүҙлек фонды бөтəһе 22 лексик берəмектəн тора: бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһəн, туҡһан, йөҙ, мең, миллион, миллиард.

Башҡорт телендə һандар үҙҙəренең семантик йөкмəткеһенə һəм яһалыш ысулдарына ҡарап түбəндəге төркөмсəлəргə бүленəлəр: 1) төп һандар, 2) рəт һандары, 3) бүлем һандары, 4) сама һандары, 5) йыйыу һандары, 6) кəсер һандары һәм 7) үлсәм һандары йәки нумератив һүҙҙәр

Просмотров: 274101