Интерактивный башкирский

§18. Сифат дəрəжəлəре

Тик төп сифаттар ғына дəрəжə категорияһына эйə. Шартлы сифаттар дәрәжә менән үҙгәрмәй. Сифат дəрəжəлəре билдəнең бер кимəлдəн йə артығыраҡ, йə кəмерəк булыуын белдерə. Хəҙерге башҡорт телендə сифаттың дүрт дəрəжəһе бар:

1.Төп дəрəжə

Сифаттың төп дəрəжəһе предметтарҙың, əйберҙəрҙең ғəҙəттəге тəбиғи билдəһен үҙгəрешһеҙ белдерə. Мəҫəлəн: ваҡ, иҫке, йоҡа, кесе, бəлəкəй, нəҙек, матур, йəшел һ.б.

2. Сағыштырыу дəрəжəһе

Сағыштырыу дəрəжəһе бер предмет билдəһен икенсе предметтағы билдə менəн сағыштырыуҙы белдерə һəм был билдəнең икенсе предметта артығыраҡ һəм күберəк булыуын күрһəтə. Был дəрəжə төп сифаттарға -раҡ/-рəк аффикстары һəм уның фонетик варианттары ҡушылып яһала. Миҫалдар: ҡаты-раҡ, йəш-ерəк, оло- раҡ, вағ-ыраҡ.

3. Аҙһытыу дəрəжəһе

Был дəрəжəнең мəғəнəһе теге йəки был билдəнең ғəҙəттəге кимəлдəн əҙерəк булыуын белдерə. Был дəрəжə формалары төп дəрəжəлəге сифаттарға -ҡылт/-келт, -ҡылтым/ -келтем, -һыу/-һеү, -һыл/ -һел, -ылтым/-елтем, -елйем аффикстары һəм уларҙың фонетик варианттары ҡушылып яһала. Мəҫəлəн: йәшкелт, әскелтем, зəңгəрһыу, күгелйем һ.б.

4. Артыҡлыҡ дəрəжəһе

Был дəрəжə формаһы теге йəки был билдəнең артығыраҡ, күберəк булыуын белдерə һәм киҫəксəлəр ярҙамында формалаша. Киҫəксəлəр сифаттың беренсе ижегенең ҡабатланыуы һөҙөмтəһендə яһала: ап-аҡ, буп-буш, япа-яңғыҙ, ҡап-ҡара, һып-һыуыҡ һ.б.

Артыҡлыҡ дəрəжəһенең мəғəнəһе төп дəрəжəлəге сифаттар алдынан бик, бигерəк, ғəжəп, иң, ифрат, уғата, үтə һүҙҙәренең ҡулланылыуы ярҙамында белдерелə: иң көслө, иң бейек, ифрат бай, бик матур, ғəжəп аҡыллы

Сифаттарҙың килеш менән үҙгәреше

Төп килеш: ҙур байрам

Эйәлек килеш: ҙур байрамдың

Төбәү килеш: ҙур байрамға

Төшөм килеш: ҙур байрамды

Сығанаҡ килеш: ҙур байрамда

Урын-ваҡыт килеш: ҙур байрамдан
Просмотров: 269682