Интерактивный башкирский

§17. Сифат тураһында төшөнсә

Предметтың, йән эйәһенең, күренештең, эш-хәлдең билдәһен аңлатҡан һүҙҙәр сифат тип атала. Сифаттар ниндәй? ни төҫлө? ҡайһы? ҡасанғы? ҡайҙағы? һорауҙарына яуап бирә. Миҫалдар: саф һауа, һəйбəт кеше, ҙур йорт, йомарт ер, шəкəрһеҙ сəй, ауылдаш егет һ.б. Һөйләмдә сифат күп осраҡта аныҡлаусы булып килә, уның хəбəр вазифаһын да үтәүе мөмкин. Исемлəшкəн сифаттар һөйлəмдə эйə, тултырыусы функцияларында ҡулланыла.

Сифаттар үҙҙəренең лексик-грамматик һəм морфологик үҙенсəлектəренə ҡарап ике төргə бүленəлəр:

1) төп сифаттар

2) шартлы сифаттар

Төп сифаттар предметтарҙың, əйберҙəрҙең, хəл-ваҡиғаларҙың үҙенə генə хас үҙенсəлектəрен туранан-тура белдерə. Шартлы сифаттар, киреһенсə, предметтарҙың, əйберҙəрҙең билдəлəрен икенсе предметтарға бəйлəнештə, мөнəсəбəттə сағылдыра. Мəҫəлəн: йəйге көн, тоҙло ҡыяр, атлы кеше

Просмотров: 274102