Интерактивный башкирский

§16. Юҡлыҡ алмаштары

Юҡлыҡ алмаштары ниндəй ҙə булһа эш-хəлдең, предметтың, ваҡиғаның булмауын баҫым яһап инҡар итеүҙе, кире ҡағыуҙы белдерə.

Юҡлыҡ алмаштарының беренсе төркөмө: һис кем, һис нимə, һис нисек, һис ҡасан, һис бер, һис ниндəй, һис ни алмаштары. Был төр алмаштар һис киҫəксəһенең һорау алмаштары менəн бергə ҡулланылыуынан яһала.

Икенсе төркөм: бер кем, бер нимə, бер ҡайҙа, бер нисек, бер ҡасан, бер ниндəй һ.б. Был алмаштар бер һанына һорау алмаштарының ҡушылыуынан барлыҡҡа килә.

Юҡлыҡ алмаштарының килеш менəн үҙгәреше:

 

Төп килеш: һис кем, бер нимə

Эйəлек килеш: һис кемдең, бер нимəнең

Төбəү килеш: һис кемгə, бер нимəгə

Төшөм килеш: һис кемде, бер нимəне

Сығанаҡ килеш: һис кемдəн, бер нимəнəн

Урын-ваҡыт килеш: һис кемдə, бер нимəлə

Просмотров: 273750