Интерактивный башкирский

§15. Билдәһеҙлек алмаштары

Билдəһеҙлек алмаштарының бер төркөмө əллə киҫəксəһе һəм һорау алмаштарынан яһала: əллə кем, əллə нимə, əллə ни, əллə нисек, əллə ниндəй, əллə ҡасан, əллə ҡайҙа, əллə ниңə, əллə ҡайҙан, əллə күпме, əллə ҡайһы

Икенсе төркөм билдəһеҙлек алмаштары телəһə киҫəксəһенəн һəм һорау алмаштарынан төҙөлə: телəһə кем, телəһə нимə, телəһə ниндəй, телəһə ни, телəһə нисек, телəһə ҡайҙа, телəһə ҡайҙан.

Өсөнсө төркөм билдəһеҙлек алмаштары һорау алмаштарына -лыр икелəнеү киҫəксəһе һəм уның фонетик варианттары ҡушылып яһала: нимəлер, кемдер, нисектер, ҡасандыр, ҡайҙалыр, ниндəйҙер, ниҙер, ҡайһылыр.

Билдəһеҙлек алмаштары эйəлек заты менəн дə үҙгəрə: əллə кемем, əллə кемең, əллə кеме, əллə кемдəрем, əллə кемдəребеҙ, əллə кемдəрегеҙ.

Билдəһеҙлек алмаштарының килеш менəн үҙгəреше:

 

Төп килеш: əллə кем, əллə кемдəр, кемдер

Эйəлек килеш: əллə кемдең, əллə кемдəрҙең, кемдеңдер

Төбəү килеш: əллə кемгə, əллə кемдəргə, кемгəлер

Төшөм килеш: əллə кемде, əллə кемдəрҙе, кемделер

Сығанаҡ килеш: əллə кемдəн, əллə кемдəрҙəн, кемдəндер

Урын-ваҡ. килеш: əллə кемдə, əллə кемдəрҙə, кемдəлер
Просмотров: 73013