§14. Билдәләү алмаштары
Башҡорт телендə киң ҡулланылған билдəлəү алмаштары: бөтə, бөтəһе, йəмғеһе, бар, бары, барыһы, барлыҡ, барлығы, барса, барсаһы, көллө, көллөһө, һəммə, һəммəһе, үҙ, һəр, һəр кем, һəр бер, һəр ҡайһы һ.б.
Үҙ билдəлəү алмашы эйəлек категорияһы менəн түбəндəгесə үҙгəрə: үҙем, үҙең, үҙе, үҙебеҙ, үҙегеҙ, үҙҙəре.
Билдəлəү алмаштарының эйəлек формаларының килеш менəн үҙгəреше:
Берлектә:
Төп килеш: үҙем, үҙең, үҙе, һәр кем, бөтәһе
Эйəлек килеш: үҙемдең, үҙеңдең, үҙенең, һәр кемдең, бөтәһенең
Төбəү килеш: үҙемə, үҙеңə, үҙенə, һәр кемгә, бөтәһенә
Төшөм килеш: үҙемде, үҙеңде, үҙен, һәр кемде, бөтәһен
Сығанаҡ килеш: үҙемдəн, үҙеңдəн, үҙенəн, һәр кемдән, бөтәһенән
Урын-ваҡыт килеш: үҙемдə, үҙеңдə, үҙендə, һәр кемдә, бөтәһендә
Күплектә:
Төп килеш: үҙебеҙ, үҙегеҙ, үҙҙəре, һәр кем, бөтәһе
Эйəлек килеш: үҙебеҙҙең, үҙегеҙҙең, үҙҙəренең, һәр кемдең, бөтәһенең
Төбəү килеш: үҙебеҙгə, үҙегеҙгə, үҙҙəренə, һәр кемгә, бөтәһенә
Төшөм килеш: үҙебеҙҙе, үҙегеҙҙе, үҙҙəрен, һәр кемде, бөтәһен
Сығанаҡ килеш: үҙебеҙҙəн, үҙегеҙҙəн, үҙҙəренəн, һәр кемдән, бөтәһенән
Урын-ваҡыт килеш: үҙебеҙҙə, үҙегеҙҙə, үҙҙəрендə, һәр кемдә, бөтәһендә