§13. Һорау алмаштары
Һорау алмаштарына түбəндəге һүҙҙəр ҡарай: кем, нимə, ниңə, ниҙə, ниҙəн, нисə, нисəү, нисəле, нисəнсе, нисəшəр, нисек, ниндəй, ни ҡəҙəр, ни саҡлым, ни тиклем, нишлəп, ҡайһы, ҡайһыныһы, ҡалай, ҡайҙа, ҡайҙан, ҡасан һ.б.
Һорау алмаштары эйəлек категорияһы менəн дə үҙгəрə:
1-се зат — кемем, нимəм, кемдəрем, нимəлəрем;
2-се зат — кемең, нимəң, кемдəрең, нимəлəрең;
3-сө зат — кеме, нимəһе, кемдəре, нимəлəре.
Һорау алмаштарының килеш менəн үҙгəреше
Төп килеш: кем, нимə, ни, кемдəр, нимəлəр
Эйəлек килеш: кемдең, нимəнең, ниҙең, кемдəрҙең, нимəлəрҙең
Төбəү килеш: кемгə, нимəгə, нигə, кемдəргə, нимəлəргə
Билдəле төш. килеш: кемде, нимəне, ниҙе, кемдəрҙе, нимəлəрҙе
Билдəһеҙ төш. килеш: кем, нимə, ни, кемдəр, нимəлəр
Сығанаҡ килеш: кемдəн, нимəнəн, ниҙəн, кемдəрҙəн, нимəлəрҙəн
Урын-ваҡыт килеш: кемдə, нимəлə, ниҙə, кемдəрҙə, нимəлəрҙə