§12. Эйәлек алмаштары
Башҡорт тел ғилемендә -ныҡы /-неке аффикслы формалар эйəлек формалары тип билдəлəнə. Икенсе берəүҙəр был аффикстарҙы эйəлек килеш аффиксы тип күрһəтəлəр. Уныҡы, минеке формалары эйəлек төшөнсəһен белдерə. Был осраҡта һүҙ зат алмаштарына -ныҡы /-неке, -ҙыҡы/-ҙеке аффикстары ҡушылып яһалған эйəлек алмаштары тураһында бара. Эйəлек алмаштары предметтың, əйберҙең конкрет затҡа (шəхескə) ҡарауын белдерə: туп минеке, ат атайымдыҡы
Эйəлек алмаштары килеш менəн түбəндəгесə үҙгəрə:
Берлек
Төп килеш: минеке, һинеке, уныҡы
Эйəлек килеш: минекенең, һинекенең, уныҡының
Төбəү килеш: минекенə, һинекенə, уныҡына
Билдəле төшөм килеш: минекен, һинекен, уныҡын
Сығанаҡ килеш: минекенəн, һинекенəн, уныҡынан
Урын-ваҡыт килеш: минекендə, һинекендə, уныҡында
Күплек
Төп килеш: беҙҙеке, һеҙҙеке, уларҙыҡы
Эйəлек килеш: беҙҙекенең, һеҙҙекенең, уларҙыҡының
Төбəү килеш: беҙҙекенə, һеҙҙекенə, уларҙыҡына
Билдəле төшөм килеш: беҙҙекен, һеҙҙекен, уларҙыҡын
Сығанаҡ килеш: беҙҙекенəн, һеҙҙекенəн, уларҙыҡынан
Урын-ваҡыт килеш: беҙҙекендə, һеҙҙекендə, уларҙыҡында