Интерактивный башкирский

§11. Күрһәтеү алмаштары

Күрһəтеү алмаштарына был, теге, шул, ошо, ул, бынау, ана, анау, бындай, тегендəй, шундай, ошондай, ундай, былай, тегелəй, шулай, ошолай, улай алмаштары ҡарай: был кеше, теге кеше, ошо кеше, ул кеше, бынау кеше, бындай хəл, тегендəй хəл һ.б. Күрһəтеү алмаштары араһында был, теге, шул, ошо алмаштары айырым урын тота. Ошо, бына, бынау алмаштары яҡын арауыҡҡа ишара итһəлəр, теге, шул, анау алмаштары алыҫлыҡ төшөнсəһен белдерəлəр.

Ошо, теге алмаштары электəн таныш булған хəл-ваҡиғалар хаҡында һүҙ барғанда ҡулланыла, ə был, шул алмаштары алдан таныш булмаған хəл-ваҡиғаларҙы һөйләгәндә файҙаланыла, əммə контексҡа ҡарап улар үҙгəрергə мөмкин.

Күрһəтеү алмаштарының килеш менəн үҙгəреше:

Берлек

Төп килеш: ул, шул, был

Эйəлек килеш: уның, шуның, бының

Төбəү килеш: уға, шуға, быға

Төшөм килеш: уны, шуны, быны

Сығанаҡ килеш: унан, шунан, бынан

Урын-ваҡыт килеш: унда, шунда, бында

Күплек

Төп килеш: улар, шулар, былар

Эйəлек килеш: уларҙың, шуларҙың, быларҙың

Төбəү килеш: уларға, шуларға, быларға

Төшөм килеш: уларҙы, шуларҙы, быларҙы

Сығанаҡ килеш: уларҙан, шуларҙан, быларҙан

Урын-ваҡыт килеш: уларҙа, шуларҙа, быларҙа

Просмотров: 228980