Интерактивный башкирский

§10. Зат алмаштары

Зат алмаштары конкрет затты белдерə: 1-се зат (мин) һөйлəүсенең үҙен күрһəтə, 2-се зат (һин) əңгəмəлə ҡатнашыусы икенсе затты күрһəтə, 3-сө зат (ул) һөйлəү моментында һүҙ барған затты (шəхесте) һəм предметты белдерə. Зат алмаштарының күплек һаны аралашыу, һөйлəшеү процесындағы заттарҙың (шəхестəрҙең) һəм предметтарҙың һан яғынан күп булыуын күрһəтə: беҙ, һеҙ, улар. Башҡорт телендə зат алмаштарына мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар һүҙҙəре инə.

Просмотров: 273744