Интерактивный башкирский

§1. Хәҙерге башҡорт теленең алфавиты

Башҡорт теленең алфавитында бөтәһе 42 хәреф бар. Шуларҙан ике хәреф – ъ һәм ь хәрефтәре өндө белдермәй, айырыу билдәһе хеҙмәтен генә үтәй. ъ – ҡалын айырыу билдәһе (ҡулъяулыҡ, Аҡъял); ь – нәҙек айырыу билдәһе (бирьяҡ) һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙеклек билдәһе (альбом, руль). 4 хәреф ике өндө белдерә: – е[йе], ё[йо], ю[йу], я[йа]. Башҡорт теленең алфавиты рус алфавитынан үҙенсәлекле ә, ө, ү, ғ, ҙ, ҡ, ң, ҫ, һ өн-хәрефтәре булыуы менән айырыла.

Өндәр кешенең телмәр аппаратында тын алғанда тел һәм ирен, тауыш ярыларының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Өндәр ике төркөмгә бүленә: һуҙынҡылар һәм тартынҡылар. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә үпкәнән сыҡҡан һауа ағымы ҡаршылыҡҡа осрамай, уларҙы әйткәндә бары тауыш һәм ирендәр генә ҡатнаша. Тартынҡы өндәр тауыш, һауа, шулай уҡ тел, ирен, тештәр ҡатнашлығында яһала. Уларҙы әйткәндә, үпкәнән килгән һауа ауыҙ ҡыуышлығында ҡаршылыҡҡа осрай.

Башҡорт телендә 27 тартынҡы өн бар. Тартынҡы өндәр 27 хәреф менән тамғалана: б, в, г, ғ, д, ҙ, ж, з, й, к, ҡ, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ. Ц, ч, щ хәрефтәре күберәк үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә осрай.

Тартынҡы өндәр, тауыш һәм шау ҡатнашлығына ҡарап, яңғырау һәм һаңғырау  тартынҡыларға бүленә: б-п, в-ф, г-к, ғ-ҡ, д-т, ж-ш, з-с, ҙ-ҫ. Яңғырау тартынҡылар тауыш һәм шау ярҙамында әйтелә, һаңғырау тартынҡыларҙы әйткәндә тик шау ғына ҡатнаша. Бынан тыш, тартынҡыларҙы талғын йәки сонор өндәргә бүлеп йөрөтәләр: л, м, н, ң, й, р.

Һуҙынҡы өндәр 9 хәреф менән тамғалана: а, ә, э, и, о, ө, у, ү, ы. Улар ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға бүленә. Ҡалын һуҙынҡыларға [а], [у], [о], [ы],  нәҙек һуҙынҡыларға [ә], [ү], [ө], [е], [э] өндәре инә. [и] өнө йомшаҡ та, ҡаты ла була ала. Ирендәрҙең ҡатнашлығына ҡарап, һуҙынҡы өндәр иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларға бүленәләр. Иренләшкән һуҙынҡыларға [о], [о], [ө], [у], [ү], иренләшмәгән һуҙынҡыларға [а], [ә], [ы], [ы ], [э], [э и ], [э], [и] өндәре ҡарай.

Аа (а)

Бб (бе)

Вв (ве)

Гг (ге)

Ғғ (ғы)

Дд (де)

Ҙҙ (ҙы)

Ее (е)

Ёё (йо)

Жж (же)

Зз (зе)

Ии (и)

Йй (ҡыҫҡа и)

Кк (ка)

Ҡҡ (ҡы)

Лл (эл)

Мм (эм)

Нн (эн)

ң(ңы)

Оо (о)

Өө (ө)

Пп (пэ)

Рр (эр)

Сс (эс)

ҫ (ҫе)

Тт (те)

Уу (у)

Үү (ү)

Фф (эф)

Хх (ха)

Һһ (һы)

Цц (це)

Чч (че)

Шш (ша)

Щщ (ща)

ь

Ыы (ы)

ъ

Ээ (э)

Әә (ә)

Юю (ю)

Яя (я)


Просмотров: 269714