- Онлайн дәрестәр
- 9-сы дәрес. Мода һәм мин
9-сы дәрес. Мода һәм мин
модалы | модный |
һуңғы мода буйынса | по последней моде |
модала булыу | быть в моде |
модаға инеү | войти в моду |
моданан сығыу | выйти из моды |
стилләштерелгән | стилизованный |
яға | воротник |
кәзәкей | казакин |
тоноҡ төҫтә билбау | пояс бледного оттенка |
оҙон еңле | с длинными рукавами |
камзул | камзол |
ихтимал | возможно |
костюмға тура килгән | подходящий костюму |
селтәр | нагрудник |
хәситә | перевязь |
мунсаҡ | бусы |
классик аяҡ кейеме | классическая обувь |
бынан тыш | кроме этого |
бер төҫтәге | однотонный |
Лексик тема: Мода һәм мин
– Сәләм, Гүзәл! Ниндәй журнал ҡарайһың ул?!
– Сәләм, Айгөл! Мода хаҡында журнал яҙҙырған инем. Бына беренсе һаны килеп етте.
– Быйыл нимәләр трендта?!
– Эре борсаҡ төшкән күлдәктәр яңынан модаға ингән. Шулай уҡ ябай туҡымаларға өҫтөнлөк бирелә.
– Шәп! Минең тап шундай күлдәгем бар! Ә һин беләһеңме, һуңғы ваҡытта заманса стилдәге милли биҙәкле эш костюмдары ла модаға инеп килә.
– Эйе шул, күргәнем бар. Күп кенә сараларҙа ундайҙарҙы осратырға мөмкин.
– Күптән түгел мин дә университетҡа милли стилдәге биҙәүестәр тағып барҙым.
– Шәп! Тимәк, һин дә заман менән бергә атлайһың.
– О, рәхмәт, яҡшы һүҙеңә!