- Онлайн дәрестәр
- 9-сы дәрес. Мода һәм мин
9-сы дәрес. Мода һәм мин
| модалы | модный |
| һуңғы мода буйынса | по последней моде |
| модала булыу | быть в моде |
| модаға инеү | войти в моду |
| моданан сығыу | выйти из моды |
| стилләштерелгән | стилизованный |
| яға | воротник |
| кәзәкей | казакин |
| тоноҡ төҫтә билбау | пояс бледного оттенка |
| оҙон еңле | с длинными рукавами |
| камзул | камзол |
| ихтимал | возможно |
| костюмға тура килгән | подходящий костюму |
| селтәр | нагрудник |
| хәситә | перевязь |
| мунсаҡ | бусы |
| классик аяҡ кейеме | классическая обувь |
| бынан тыш | кроме этого |
| бер төҫтәге | однотонный |
Лексик тема: Мода һәм мин
– Сәләм, Гүзәл! Ниндәй журнал ҡарайһың ул?!
– Сәләм, Айгөл! Мода хаҡында журнал яҙҙырған инем. Бына беренсе һаны килеп етте.
– Быйыл нимәләр трендта?!
– Эре борсаҡ төшкән күлдәктәр яңынан модаға ингән. Шулай уҡ ябай туҡымаларға өҫтөнлөк бирелә.
– Шәп! Минең тап шундай күлдәгем бар! Ә һин беләһеңме, һуңғы ваҡытта заманса стилдәге милли биҙәкле эш костюмдары ла модаға инеп килә.
– Эйе шул, күргәнем бар. Күп кенә сараларҙа ундайҙарҙы осратырға мөмкин.
– Күптән түгел мин дә университетҡа милли стилдәге биҙәүестәр тағып барҙым.
– Шәп! Тимәк, һин дә заман менән бергә атлайһың.
– О, рәхмәт, яҡшы һүҙеңә!