- Онлайн дәрестәр
- 8-се дәрес. Минең характерым
8-се дәрес. Минең характерым
| ижади | творческий |
| әүҙем | активный |
| йомарт | щедрый |
| тыйнаҡ | скромный |
| маҡтансыҡ | хвастливый |
| көнсөл | завистливый |
| ҡаты бәғерле | черствый |
| үпкәсел | обидчивый |
| талантлы | талантливый |
| ғәҙел | справедливый |
| иғтибарлы | внимательный |
| тупаҫ | грубый |
| эскерһеҙ | искренний |
| ныҡыш | настойчивый |
| ҡыйыуһыҙ | нерешительный |
| ғорур | гордый |
| һауалы | высокомерный |
| шат күңелле | радостный |
| тынғыһыҙ | беспокойный |
| ҡәнәғәт | довольный |
| бойоҡ | грустный |
| ҡайғылы | печальный |
| бәхетле | счастливый |
Лексик тема: Минең характерым
– Айгөл, ә һин беләһеңме кешеләрҙе характерына ҡарап, 4 төргә бүлеп йөрөтәләр икән.
– Юҡсы, ә ниндәйҙәр?
– Кешенең тормоштағы мөнәсәбәте буйынса: йомоҡ йәки аралашыусан; тыйнаҡ йәки маҡтансыҡ; тырыш йәки ялҡау; бөхтә йә әрпеш.
– Бигерәк ҡыҙыҡ икән. Ә мин кешеләрҙе характеры буйынса 4 темпераментҡа бүлеүҙәрен белдем әле.
– Ниндәйҙәр?
– Холерик, флегматик, сангвиник һәм меланхолик.
– Ә эйе, ул хаҡта белә инем, ә мин шулай уҡ эске донъяһына ҡарап, кешеләрҙең интроверттарға һәм экстраверттарға бүленеүен дә асыҡланым.
– Ул хаҡта ишеткәнем юҡ, ниндәйҙәр инде улар?
– Интроверттар – улар үҙ эсенә йомолған, үҙ донъяһында йәшәүселәр. Яңғыҙлыҡ яраталар, бар нәмәне анализлайҙар. Уларҙың дуҫтары аҙ, тиҙ генә яңы танышлыҡтар булдыра алмайҙар, ә бына экстраверттар киреһенсә – асыҡ-ярыҡтар, сараларҙың уртаһында ҡайнайҙар.
– Мин экстраверт икән!
– Мин дә!