- Онлайн дәрестәр
- 7-се дәрес. Ваҡытлы матбуғат
7-се дәрес. Ваҡытлы матбуғат
| ваҡытлы матбуғат | периодическая печать |
| матбуғат иреклеге | свобода печати |
| матбуғат конференцияһы | пресс-конференция |
| матбуғат органдары | органы печати |
| матбуғат эше | печатное дело |
| матбуғат эшсеһе | работник печати, сотрудник прессы |
Лексик тема: Ваҡытлы матбуғат
– Сәләм, Айгөл! Нимә уҡып ултыраһың?
– Сәләм, Гүзәл!
– Бына «Шоңҡар» журналының яңы һанында бик шәп хикәйәләр сыҡҡан.
– Эйе, сайттары аша мин дә танышҡайным.
– Шулаймы ни? Ә мин журнал-газеталарҙы тотоп уҡыуҙы хуп күрәм.
– Хәҙер һәр баҫманың тиерлек үҙ сайты, социаль селтәрҙә төркөмдәре бар.
– Дәрескә әҙерләнгәндә мин һәр саҡ уларға таянам. Ваҡытлы матбуғат –беҙҙең тоғро дуҫ!