- Онлайн дәрестәр
- 5-се дәрес. Эш эҙләйем
5-се дәрес. Эш эҙләйем
уҡытыусы | учитель |
төҙөүсе | строитель |
һатыусы | продавец |
тегенсе | швея |
ашнаҡсы | повар |
бейеүсе | танцор |
белгес | специалист, мастер |
ихтыяж | потребность, надобность, необходимость, нужда |
заман | время, эпоха, период |
IT-технологияларға бәйле | связанный IT-технологиями |
техник һөнәр | техническая профессия |
киләсәк | будущее |
нисек урынлашырға | как обустроиться |
һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем? | кто вы по профессии? |
эште нимәнән башларға? | с чего начинать? |
хәлле | состоятельный, зажиточный |
холоҡ-фиғел | характер, нрав; норов |
мөмкинлегебеҙгә тап килгән | соответствующий нашим возможностям |
Лексик тема: Эш эҙләйем
– Хәйерле көн!
– Һаумыһығыҙ!
– Эшкә урынлашырға ине. Эште нәмәнән башларға икән?
– Иң башта үҙең хаҡында резюме яҙығыҙ. Шунан уны электрон почта аша ойошмаларға ебәрегеҙ. Резюме төплө, хатаһыҙ булырға тейеш. Бәйләнеш өсөн телефоныңды күрһәтергә онотмағыҙ. Бөтә булған мәғлүмәттәрҙе уйлап, тулы итеп тултырығыҙ.
– Берҙә генә тултырғаным юҡ бит әле!
– Хафаланмағыҙ, интернет селтәренән берәй өлгө ҡара. Унда хатта әҙер бланк та табырға була. Шулай уҡ ойошмаларҙың сайттарында вакансия бүлегенә күҙ һалырға мөмкин.
– Рәхмәт! Яҡшы кәңәштәрегеҙгә!
– Уңыштар һиңә! Үҙеңә оҡшаған эшкә урынлашырға булһын.
– Рәхмәт!