- Онлайн дәрестәр
- 5-се дәрес. Эш эҙләйем
5-се дәрес. Эш эҙләйем
| уҡытыусы | учитель |
| төҙөүсе | строитель |
| һатыусы | продавец |
| тегенсе | швея |
| ашнаҡсы | повар |
| бейеүсе | танцор |
| белгес | специалист, мастер |
| ихтыяж | потребность, надобность, необходимость, нужда |
| заман | время, эпоха, период |
| IT-технологияларға бәйле | связанный IT-технологиями |
| техник һөнәр | техническая профессия |
| киләсәк | будущее |
| нисек урынлашырға | как обустроиться |
| һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем? | кто вы по профессии? |
| эште нимәнән башларға? | с чего начинать? |
| хәлле | состоятельный, зажиточный |
| холоҡ-фиғел | характер, нрав; норов |
| мөмкинлегебеҙгә тап килгән | соответствующий нашим возможностям |
Лексик тема: Эш эҙләйем
– Хәйерле көн!
– Һаумыһығыҙ!
– Эшкә урынлашырға ине. Эште нимәнән башларға икән?
– Иң башта үҙегеҙ хаҡында резюме яҙығыҙ. Шунан уны электрон почта аша ойошмаларға ебәрегеҙ. Резюме төплө, хатаһыҙ булырға тейеш. Бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Бөтә булған мәғлүмәтте уйлап, тулы итеп тултырығыҙ.
– Бер ҙә генә тултырғаным юҡ бит әле!
– Хафаланмағыҙ, Интернет селтәренән берәй өлгө ҡарағыҙ. Унда хатта әҙер бланк та табырға була. Шулай уҡ ойошмаларҙың сайттарында вакансия бүлегенә күҙ һалырға мөмкин.
– Рәхмәт яҡшы кәңәштәрегеҙгә!
– Уңыштар һеҙгә! Үҙегеҙгә оҡшаған эште табырға булһын.
– Рәхмәт!