- Онлайн дәрестәр
- 4-се дәрес. Башҡортостандың йырсылары
4-се дәрес. Башҡортостандың йырсылары
эстрада йырсыһы | эстрадный певец |
халыҡ йыры | народная песня |
сит ил сәхнәләре | сцены зарубежных стран |
башҡарыу оҫталығы | мастерство исполнения |
тамашасы һөйөүе | любовь зрителей |
сәхнә костюмдары | сценические костюмы |
моң | мелодия |
киң танылыу / киң билдәлелек | широкая известность |
донъяға билдәле | известный во всем мире |
яулаған | завоевавший |
Лексик тема: Башҡортостандың йырсылары
– Радионың тауышын нығыраҡ ас әле, минең яратҡан йырсым йырлай.
– Ооо, Рөстәм Ғиззәтуллин бит был! Миңә лә уның йырҙары бик оҡшай. Айырыуса «Яҙ килә», «Тыуған көн» йырҙарын яратам.
– Ул йырсы ғына түгел, үҙе көйҙәр яҙыусы композитор, продюсер.
– Минең өсөн ул иң элек йырсы. Бушҡа ғына дүрт тапҡыр «Йыл йырсыһы» номинацияһына лайыҡ булмағандыр! Тик ул минең кумирым түгел.
– Ә һин кемдең йырҙарын яратаһың?
– Миңә Римма Амангильдинаның моңло йырлауы оҡшай. Буш ваҡытымда гел уның йырҙарын тыңлайым.
– Эйе, бик матур йырлай, ишеткәнем бар. Тик һәр быуындың үҙенең яратҡан йырсыһы була бит. Өлкәнерәк кешеләр Фәриҙә Ҡудашева, Абдулла Солтановты ярата. Йәштәр Элвин Грейҙы, Рәфис Сирусинды үҙ итә.
– Әйҙә, берәй концертҡа барып, рәхәтләнеп йырҙар тыңлап ҡайтайыҡ.
– Шәп идея! Онлайн билеттар ҡарайыҡ әле.