- Онлайн дәрестәр
- 34-се дәрес. Хайуандар донъяһы
34-се дәрес. Хайуандар донъяһы
хайуандар | животные |
бесәй кеүектәр ғаиләһе | семейство кошачьих |
бүре | волк |
юлбарыҫ | тигр |
төлкө | лиса |
эт | собака |
бесәй | кошка |
хайуандарҙы төрҙәргә бүлеү | систематизация животных |
Лексик тема: Хайуандар донъяһы
– Ә һин беләһеңме, айыу ҙа кешеләр һымаҡ икән?
– Ысынмы?
– Эйе, мин уның хаҡында энциклопедиянан уҡыған инем. Айыу балаларын тәрбиәләй, төҫтәрҙе айыра. Ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән була уның. Башҡортостандың иң көслө хайуаны – ул һоро айыу. Республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Урал тауҙарының көньяҡ сиктәрендә йәшәй. Ул, хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән дә туҡлана, бигерәк тә бал ярата.
– О, бигерәк ҡыҙыҡлы мәғлүмәт! Миңә лә энциклопедияңды уҡырға бир әле иртәгәгә тиклем.
– Әлбиттә! Тик бөгөн түгел! Уның менән дәрес әҙерләйһе бар миңә. Иртәгә уҡыуҙан һуң инеп алырһың.
– Рәхмәт, килештек!