- Онлайн дәрестәр
- 33-сө дәрес. Ҡоштар илендә
33-сө дәрес. Ҡоштар илендә
| күсмә ҡоштар | перелетные птицы |
| сыйырсыҡ | скворец |
| һабантурғай | жаворонок |
| ҡара ҡарға | грач |
| ҡарлуғас | ласточка |
| ҡышлаусы ҡоштар | зимующие птицы |
| күгәрсен | голубь |
| турғай | воробей |
| тумыртҡа | дятел |
| ҡарға | ворона |
| ҡарабаш турғай | синица |
| йорт ҡоштары | домашние птицы |
| тауыҡ | курица |
| әтәс | петух |
| ҡаҙ | гусь |
| өйрәк | утка |
| күркә | индюк |
Лексик тема: Ҡоштар илендә
– Салауат, мин бердинг менән шөғөлләнергә булдым әле.
– Уныһы нимә тағы?
– Был һуңғы йылдарҙағы бик популяр хәрәкәт: ҡоштарҙы тәбиғи ерлегендә күҙәтеү. Уның менән бик билдәле кешеләр: Билл Гейтс, принц Чарльз да шөғөлләнә.
– Бигерәк ҡыҙыҡ икән. Уның өсөн нимәләр кәрәк?
– Бары тик блокнот, ручка, фотоаппарат һәм, әлбиттә, ҙур теләк!
– Шәп!
– Ә һин беләһеңме, ҡоштар йылы яҡҡа һәм тыуған яҡҡа юлды нисек таба, улар көндөң ҡайһы мәлендә һәм нисек оса икәнен.
– Юҡ.
– Әйҙә, минең менән был хәрәкәткә ҡушыл! Бергәләп өйрәнербеҙ!
– Ярай.