- Онлайн дәрестәр
- 30-сы дәрес. Ырыуҙар.
30-сы дәрес. Ырыуҙар.
| ырыу | род, племя |
| шәжәрә | родословная |
| тамға | метка |
| оран | клич |
| милек | собственность, имущество |
Лексик тема: Ырыуҙар
– Марат, һин ниндәй ырыуҙан?
– Ырыуым минең – Үҫәргән!
Ҡошом – торна, тамғам – ҡойошҡан, ағасым – миләш, ораным – туҡһаба!
– О, һин ниндәй шәп! Хатта тамға, ҡош, ағасын да беләһең икән!
– Эйе, һәр башҡорт үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Ә һин белмәйһеңме ни?
– Юҡ шул...
– Миндә ырыуҙар тураһында китап бар, әйҙә, шунда мәғлүмәт эҙләп ҡарайыҡ.
– Әйҙә!
– Бына бит Бөрйән ырыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. Ырыуы – Бөрйән, ораны – тарауыл, тамғаһы – яғылбай,
ҡошо – ҡарсыға, ағасы – ҡарағас, йылғаһы – Һаҡмар.
– О, бик ҡыҙыҡлы икән.