- Онлайн дәрестәр
- 3-сө дәрес. Башҡортостанды яратам
3-сө дәрес. Башҡортостанды яратам
ҡарама ағасы | вяз |
тәбиғәт ҡомартҡыһы | памятник природы |
сәфәр | путешествие, поездка |
ҡәлғә | крепость |
изге тау | священная гора |
Лексик тема: Башҡортостанды яратам
– Башҡортостанды тыуған илем тип әйтеп буламы?
– Әлбиттә, була.
– Ни өсөн?
– Тыуған ил – ул тыуған ер, атай-олатайҙар йәшәгән урын. Беҙҙең тыуған еребеҙ – Башҡортостан, тыуған илебеҙ ҙә Башҡортостан.
– Беҙ бит Рәсәйҙә йәшәйбеҙ, тимәк, тыуған илебеҙ – Рәсәй!
– Дөрөҫ, ул беҙҙең ҙур Ватаныбыҙ, Башҡортостанды бәләкәй Ватаныбыҙ тиһәк тә була. Икеһен дә берҙәй яҡын күрәм.
– Башҡортостан Республикаһы Рәсәй составындағы ҙур субъекттарҙың береһе. Күп милләтле, татыу халыҡ йәшәй бында.
– Һин нисек уйлайһың, Тыуған илде яратыуыңды нисек белдерергә була?
– Яғымлы һүҙҙәр, яҡшы ҡылыҡтар, изге эштәр, матур музыка, кино, шиғырҙар, йырҙар аша.
– Беҙ бит Башҡортостанды матур тәбиғәте өсөн генә яратмайбыҙ. Республикабыҙҙағы тарихи, изге урындар, матур ҡалалар, ауылдар, боронғонан һаҡланған йолалар, байрамдар – барыһы ла беҙгә бик ҡәҙерле. Бында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре республикабыҙ үҫһен өсөн тос өлөш индерә.
– Әлбиттә! Бында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән, беҙ бында йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ ҙа ошонда тыуыр. Ғорурланам, һоҡланам Башҡортостаным менән!