- Онлайн дәрестәр
- 29-сы дәрес. Интернет дуҫмы әллә дошманмы?
29-сы дәрес. Интернет дуҫмы әллә дошманмы?
интернет селтәре | сеть интернет |
социаль селтәр | социальная сеть |
ҡушымта | приложение |
төркөм | сообщество, группа |
һылтанма | ссылка |
Лексик тема: Интернет дуҫмы әллә дошманмы?
– Хәйерле көн, уҡыусылар!
– Һаумыһығыҙ!
– Кәйефтәрегеҙ нисек?
– Шәп!
– Арыу ғына!
– Яҡшы. Сираттағы дәресебеҙҙе өйрәнергә беҙ йәнә Интернет селтәренә тоташып, компьютер алдына килеп ултырҙыҡ. Иң беренсе һеҙгә һорау биргем килә: Интернет – дуҫмы, дошманмы?
– Дуҫ! Сөнки беҙ уның аша һәр дәрестә яңы мәғлүмәт алабыҙ, белемебеҙҙе арттырабыҙ, тиҙ генә төрлө ерҙәрҙәге ваҡиғалар менән танышабыҙ. Ер йөҙөнөң теләһә ниндәй мөйөшөндә йәшәгән кешеләр менән аралаша алабыҙ.
– Ә шулай ҙа көнөнә нисә сәғәтегеҙ Интернет селтәрендә үтә?
– Төрлөсә.
– Ғалимдар әйтеүенсә, компьютер ҡаршыһында оҙаҡ ултырыу, аҙ хәрәкәтләнеү кеше һаулығына зыян килтерә. Күҙҙәргә зыян килә, интернет бәйлелек килеп сыға. Шуға бар нәмәлә сама белергә кәрәк. Тимәк, Интернет дуҫ та, дошман да тигән һығымта яһайбыҙ. Уның һеҙҙең өсөн кем булыуы үҙегеҙҙән тора.
– Аңлашылды.
– Уйландырҙығыҙ. Рәхмәт! Ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ бүлергә тырышырбыҙ.